+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
16 Ғинуар 2019, 12:29

16 ғинуарға яңылыҡтар

Юлдар асыҡУрындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса трактор һатып алғандан һуң, Гончаровка ауыл биләмәһендә юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу буйынса проблемаһы тыумай. Техникала Зариф Кирәйев эшләй. Бурыстарын намыҫлы башҡара, ауыл биләмәһе юлдарын яҡшы хәлдә тоторға тырыша. Көслө бурандарҙа уға “Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәте тракторы ярҙамға килә. Гончаровканың урау юлын Фёдоровка юл төҙөү- ремонтлау идаралығы таҙарта.Эх, каникулдар үтте лә китте...Юлдаш клубы мөдире Г. Кинйәбаева менән китапханасы Р. Әлибаева балаларға каникулдарҙа бойойғоп ултырыу мөмкинлеген бирмәне. Көн дә конкурстар, уйындар, китап уҡыу сәғәттәре, викториналар үткәрелде. Кесаҙна һайын мәктәптә “Ағинәйҙәр” кулбы ағзалары “Оҫта ҡулдар” түңәрәген алып бара.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһында ҡатнашҡандар9-11 ғинуарҙа Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте. Унда Юрматы мәктәбенең 8 синыфы һәм Юлдаш мәктәбенең 9 синыф уҡыусылары ҡатнашты.Кино ҡаранығыҙмы?Телевизорҙан “Т-34” фильмының рекламаһын күрҙегеҙме? Илһөйәрлек рухындағы һәйбәт кино! Әйткәндәй, бөгөн уны “Орбита” Фёдоровка кинотеатрында ҡарай алаһығыҙ. Был совет танкистарының немец тотҡононан ҡасыуы тураһындағы хәрби драма. “Бер ҡар бөртөгө, ике ҡар бөртөгө”Бер аҙна элек Динес китапханаһысы М. Әҙеһәмова балалар менән әкиәттәр буйынса “Бер ҡар бөртөгө, ике ҡар бөртөгө” викторинаһын үткәрҙе. Балалар һорауҙарға яуап бирҙе, әкиәттәрҙең эстәлеген иҫкә төшөрҙө, төп геройҙарҙы атаны, шунан төрлө уйындар уйнап, татлы приздар алды. А. МАРАТОВА.

Юлдар асыҡ

Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса трактор һатып алғандан һуң, Гончаровка ауыл биләмәһендә юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу буйынса проблемаһы тыумай. Техникала Зариф Кирәйев эшләй. Бурыстарын намыҫлы башҡара, ауыл биләмәһе юлдарын яҡшы хәлдә тоторға тырыша. Көслө бурандарҙа уға “Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәте тракторы ярҙамға килә. Гончаровканың урау юлын Фёдоровка юл төҙөү- ремонтлау идаралығы таҙарта.

Эх, каникулдар үтте лә китте...

Юлдаш клубы мөдире Г. Кинйәбаева менән китапханасы Р. Әлибаева балаларға каникулдарҙа бойойғоп ултырыу мөмкинлеген бирмәне. Көн дә конкурстар, уйындар, китап уҡыу сәғәттәре, викториналар үткәрелде. Кесаҙна һайын мәктәптә “Ағинәйҙәр” кулбы ағзалары “Оҫта ҡулдар” түңәрәген алып бара.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһында ҡатнашҡандар

9-11 ғинуарҙа Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте. Унда Юрматы мәктәбенең 8 синыфы һәм Юлдаш мәктәбенең 9 синыф уҡыусылары ҡатнашты.

Кино ҡаранығыҙмы?

Телевизорҙан “Т-34” фильмының рекламаһын күрҙегеҙме? Илһөйәрлек рухындағы һәйбәт кино! Әйткәндәй, бөгөн уны “Орбита” Фёдоровка кинотеатрында ҡарай алаһығыҙ. Был совет танкистарының немец тотҡононан ҡасыуы тураһындағы хәрби драма.

“Бер ҡар бөртөгө, ике ҡар бөртөгө”

Бер аҙна элек Динес китапханаһысы М. Әҙеһәмова балалар менән әкиәттәр буйынса “Бер ҡар бөртөгө, ике ҡар бөртөгө” викторинаһын үткәрҙе. Балалар һорауҙарға яуап бирҙе, әкиәттәрҙең эстәлеген иҫкә төшөрҙө, төп геройҙарҙы атаны, шунан төрлө уйындар уйнап, татлы приздар алды.

А. МАРАТОВА.
Читайте нас: