-4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
16 Ғинуар 2019, 12:37

Аҡыллыға ишара

- Кешенең ғүмер оҙонлоғо һәм һаулығы 50 процентҡа йәшәү рәүешенә, 20 процентҡа — генетикаға, 20 процентҡа — тирә-яҡ мөхиттең торошона һәм 10 процентҡа һаулыҡ һаҡлау системаһы эшенә бәйле.- Аҙ хәрәкәт иткән кешеләр, әүҙем тормош алып барғандарға ҡарағанда, яҡынса 6 йылға аҙыраҡ йәшәй.- Һаулыҡты һаҡлау өсөн көн дә 5 порция йәшелсә һәм емеш-еләк ашарға кәрәк (бер порция — бер алма йәки кишер, банан һ.б.).- Тәмәке тартыуҙан баш тартҡан хәлдә, организм бик оҙаҡ ипкә килә. Шулай ҙа ун йылдан һуң инфаркт һәм инсульт хәүефе тәмәке тартмаған кешенеке менән тигеҙләшә.- Артыҡ ауырлығы булған кешеләрҙең ғүмере һомғолдарҙыҡына ҡарағанда уртаса 8 йылға кәмерәк.- Юғары ҡан баҫымы ун йыл ғүмерҙе урлай.- Шулай уҡ көнөнә 20 һәм күберәк тәмәке тартыу ҙа ун йылға ғүмерҙе ҡыҫҡарта, ә даими рәүештә алкоголле эсемлектәрҙе эсеү – 23 йылға, йоҡо туймау – уртаса 5 йылға.- Көн дә 30 минут саф һауала йөрөгәндәр, өйҙән һирәк сыҡҡан кешеләргә ҡарағанда, һыуыҡ тейгәндән һуң күпкә тиҙерәк һауыға.- Саф һауала бер сәғәт йөрөү интеллектҡа һыналмыштарҙа хаталарҙы 20 процентҡа кәметә. Шулай уҡ саф һауала йыш йөрөгәндә хәтер ҙә яҡшыра.Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА

- Кешенең ғүмер оҙонлоғо һәм һаулығы 50 процентҡа йәшәү рәүешенә, 20 процентҡа — генетикаға, 20 процентҡа — тирә-яҡ мөхиттең торошона һәм 10 процентҡа һаулыҡ һаҡлау системаһы эшенә бәйле.- Аҙ хәрәкәт иткән кешеләр, әүҙем тормош алып барғандарға ҡарағанда, яҡынса 6 йылға аҙыраҡ йәшәй.

- Һаулыҡты һаҡлау өсөн көн дә 5 порция йәшелсә һәм емеш-еләк ашарға кәрәк (бер порция — бер алма йәки кишер, банан һ.б.).

- Тәмәке тартыуҙан баш тартҡан хәлдә, организм бик оҙаҡ ипкә килә. Шулай ҙа ун йылдан һуң инфаркт һәм инсульт хәүефе тәмәке тартмаған кешенеке менән тигеҙләшә.

- Артыҡ ауырлығы булған кешеләрҙең ғүмере һомғолдарҙыҡына ҡарағанда уртаса 8 йылға кәмерәк.

- Юғары ҡан баҫымы ун йыл ғүмерҙе урлай.

- Шулай уҡ көнөнә 20 һәм күберәк тәмәке тартыу ҙа ун йылға ғүмерҙе ҡыҫҡарта, ә даими рәүештә алкоголле эсемлектәрҙе эсеү – 23 йылға, йоҡо туймау – уртаса 5 йылға.

- Көн дә 30 минут саф һауала йөрөгәндәр, өйҙән һирәк сыҡҡан кешеләргә ҡарағанда, һыуыҡ тейгәндән һуң күпкә тиҙерәк һауыға.

- Саф һауала бер сәғәт йөрөү интеллектҡа һыналмыштарҙа хаталарҙы 20 процентҡа кәметә. Шулай уҡ саф һауала йыш йөрөгәндә хәтер ҙә яҡшыра.




Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Читайте нас: