Эвкалипт майы. Көнөнә 3 – 4 тапҡыр танауға 3 – 6 тамсы тамыҙырға.
Һарымһаҡ төнәтмәһе. Һарымһаҡтың 2 – 3 бүлкәтен ваҡлап, өҫтөнә 300 мл һыу ҡойорға, 2 сәғәт төнәтергә һәм танауға бер-ике тамсы тамыҙырға.
Бал менән торма. 1:2 нисбәтендә торма һутына бал ҡушып бутарға һәм 5 – 10 көн буйы көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ ашарға.
Бал менән ҡурай еләге. 100 г ҡурай еләгенә 200 г бал ҡушып бутарға һәм көнөнә 5 – 6 тапҡыр берәр ҡалаҡ ашап, артынан йылы һыу эсеп ҡуйырға.
Сельдерей тамыры төнәтмәһе. 200 мл һыуға ике ҡалаҡ сельдерей тамыры һуты ҡушырға һәм көнөнә 4 – 6 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
Сирень төнәтмәһе. Ярты литрлыҡ шешәгә киптерелгән сирень сәскәһе тултырырға, өҫтөнә араҡы ҡойорға һәм 8 – 10 көн йылы урында төнәтергә. Көнөнә 30 – 40 тамсыны һыуға ҡушып эсергә.
Үләндәр төнәтмәһенән ванна. Дегәнәк тамырын, кесерткән, һаҙанаҡ (багульник), ҡыҙыл көртмәле япрағын һыуға һалып ҡайнатырға һәм шул төнәтмәне ванналағы һыуға өҫтәргә. Бындай ванналар организмды нығытыу өсөн дә файҙалы.