+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
21 Ғинуар 2019, 12:31

22 ғинуарға яңылыҡтар

Фёдоровкала йәнә бер һыу ҡойоноу урыныКешеләр үтенесе буйынса район үҙәгенең Болонло микрорайонында һыу ҡойоноу урыны эшләгәндәр. Г. БАҠЫЕВА. Сүп күбәйҙе, йыйыу ваҡыты ла арттыУҙған йома Болонло микрорайоны халҡы ҡағиҙә буйынса сүптәрен иртәнге 9 сәғәткә йорт алдарына сығарҙы, әммә төштән һуң да тоҡтар урынында ине. Кискә эштән ҡайтыуҙарына улар йыйылғайны. “Жилсервис” йәмғиәте директоры Альбина Насирова: “Борсолорға урын юҡ. Сүптәр шул көндөң 18.00 сәғәтенә тиклем сығарылырға тейеш,- тип ышандырҙы.- Бөтә халыҡ та сүп сығара башланы, шул арҡала сүп артты, уны сығарыу күп ваҡыт талап итә. Шуға күрә борсолорға урын юҡ, сүпте ихата алдында ҡалдырырға кәрәк, тейәп алып китәсәктәр”.Г. БАҠЫЕВА.Йыл дауамында статистика шундайЗАГС бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, былтыр районда 110 бәпес донъяға килгән (бәлки, күберәктер ҙә, ҡайһы берәүҙәр ҡалаларҙа табалар һәм балаларын шунда теркәйҙәр). Барлығы 256 кеше вафат булған.Барлығы 71 никах теркәлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 60 никах тарҡалған. ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, никахта 15-20 йыл ғүмер итеүселәр айырылыша.Ағымдағы йыл статистикаһын өҫтәһәң, 2 ғинуарҙан әлегәсә 7 бала тыуған, 14 кеше вафат булған, 2 ғаилә никахлашҡан, ике айырылышыу булған.Г. БАҠЫЕВА.

Фёдоровкала йәнә бер һыу ҡойоноу урыны

Кешеләр үтенесе буйынса район үҙәгенең Болонло микрорайонында һыу ҡойоноу урыны эшләгәндәр.

Г. БАҠЫЕВА.


Сүп күбәйҙе, йыйыу ваҡыты ла артты
Уҙған йома Болонло микрорайоны халҡы ҡағиҙә буйынса сүптәрен иртәнге 9 сәғәткә йорт алдарына сығарҙы, әммә төштән һуң да тоҡтар урынында ине. Кискә эштән ҡайтыуҙарына улар йыйылғайны. “Жилсервис” йәмғиәте директоры Альбина Насирова: “Борсолорға урын юҡ. Сүптәр шул көндөң 18.00 сәғәтенә тиклем сығарылырға тейеш,- тип ышандырҙы.- Бөтә халыҡ та сүп сығара башланы, шул арҡала сүп артты, уны сығарыу күп ваҡыт талап итә. Шуға күрә борсолорға урын юҡ, сүпте ихата алдында ҡалдырырға кәрәк, тейәп алып китәсәктәр”.

Г. БАҠЫЕВА.


Йыл дауамында статистика шундай
ЗАГС бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, былтыр районда 110 бәпес донъяға килгән (бәлки, күберәктер ҙә, ҡайһы берәүҙәр ҡалаларҙа табалар һәм балаларын шунда теркәйҙәр). Барлығы 256 кеше вафат булған.

Барлығы 71 никах теркәлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 60 никах тарҡалған. ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, никахта 15-20 йыл ғүмер итеүселәр айырылыша.

Ағымдағы йыл статистикаһын өҫтәһәң, 2 ғинуарҙан әлегәсә 7 бала тыуған, 14 кеше вафат булған, 2 ғаилә никахлашҡан, ике айырылышыу булған.

Г. БАҠЫЕВА.
Читайте нас: