Был арала алыҫтағы бәйләнештәр уңышлы булыр. Ниндәйҙер буласаҡ сәфәр менән бәйле мәсьәләләр борсоп торор. Һеҙҙең тирәләге бер бәндә ышанысығыҙҙы яуларға тырыша һымаҡ. Ундайҙарға берүк ышана күрмәгеҙ.
Аҙна өмөтлө генә башланыр. Кеше менән уртаҡ телде еңел табыуығыҙ, күтәренке кәйефегеҙ мотлаҡ уңыш килтерер. Бөтә эштә лә йондоҙҙар һеҙҙең яҡта булыр. Йомалағы уңышлы булмаған хәлдәрҙән дә файҙа сығарырһығыҙ.
Көс-хәлегеҙ юғары нөктәлә булыр. Тик уны тейешле йүнәлешкә йүнәлтергә онотмағыҙ. Төп эшегеҙҙә шаршамбыла икеле хәлдәрҙән ары тороғоҙ. Әүҙемлегегеҙҙе мотлаҡ күрерҙәр, тейешенсә баһаларҙар.
Эштәрегеҙ һәйбәт бара. Тик йыш ҡына матди хәлегеҙ борсоп торор. Ғөмүмән, был тәңгәлдә үҙ көсөгөҙгә генә ышанығыҙ. Шаршамбыла бөтә эшегеҙ туҡтағандай тойолор. Килеп тыуған хәл һеҙҙән түҙемлек талап итер.
Был арала бәғзеләргә рәсми ойошмалар менән йыш эш итергә тура килер. Ниндәйҙер мөһим ҡағыҙҙар артынан күп йөрөрһөгөҙ, моғайын. Ҙур ҡыйынлыҡтар менән аҙна аҙағына үҙегеҙҙе борсоған мәсьәләне хәл итерһегеҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна тыныс башланып китер. Аҙаҡтан кире хәлдәр яйлап күбәйә башлар. Шаршамбы буш мәшәҡәттәр менән үтер. Йомала артыҡ ҙур булмаған юғалтыуҙар, уйламаған сығымдар булыр.
Был арала бер юлы бер нисә өмөтлө тәҡдим алырһығыҙ. Был һеҙҙең өсөн ныҡлап уйланырға етди сәбәп булыр. Дөрөҫ юлды һайлауығыҙ киләсәктә матди үҙаллылыҡҡа килтерер. Шәхси эштәрегеҙҙе бер аҙға ситкә ҡуйып торорға кәңәш ителә.
Аҙна барышында йорт һәм ғаилә хәлдәренә ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ. Яҡындарығыҙ һеҙҙең ярҙамға йыш мохтажлыҡ кисерер. Үҙегеҙҙе һәр хәлдә лә тынысыраҡ тотоғоҙ. Алдағы эштәр өсөн көсөгөҙҙө һаҡлағыҙ. Ул һеҙгә бик тиҙҙән кәрәк буласаҡ.
Шәхси тормошоғоҙҙағы ваҡиғалар ҡыуандырып торор. Ҡайһы бер буйҙаҡтар етди аҙым яһау тураһында ла уйлана башлар. Яҡын кешегеҙгә ҡарата артыҡ талапсан булырға кәңәш ителмәй. Иғтибарлыраҡ булһағыҙ, уның йәшерен ыңғай яҡтарын күрерһегеҙ.
Яҡшы таныш булған эштәрегеҙ һәйбәт барыр. Үҙаллы, баҫымһыҙ эшмәкәрлек бигерәк тә уңышлы булыр. Аҙна барышында яҡшы белгән кешеләр менән аралашыу файҙалы үтер, тик таныштарығыҙ менән һаҡ эш итегеҙ.
Аҙна ыңғай ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Күптәр бар өлкәлә лә күптән көтөлгән үҙгәрештәргә өмөт итә ала. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн элегерәк байтаҡ көс түктегеҙ. Төп эшегеҙҙә абруйығыҙ ҙа күҙгә күренеп артыр. Һәр хәлдә яуаплылыҡты өҫтөгөҙгә алырға ҡурҡмағыҙ.
Барыһы ла һәүетемсә барған һымаҡ. Бер ниндәй ҙә кире хәл көтөлмәй. Шулай ҙа үҙ мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ баһаларға тырышығыҙ. Ҡайһы саҡ бер юлы ике ҡуян артынан сабыуығыҙ зыян килтерергә лә мөмкин. Иң өмөтлө көнөгөҙ – кесе йома.