Ашханала ҡаймаҡлап билмән һуҡтырғандан һуң бөгөлөп төштөгөҙмө? Ризыҡ ашҡаҙанға таш булып ятыу, ашағандан һуң эс ҡабарыу, уҡшыу һеҙгә танышмы? Ауыртыу ҡайһы саҡта ҡалаҡ һөйәге аҫтына, күкрәк тәңгәленә, хатта билгә бәрә, тиһегеҙме? «Һеҙгә ашығыс рәүештә табипҡа күренергә кәрәк!» – ти Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш гастроэнтерологы Эльмира Мәрүән ҡыҙы ҠАҺАРМАНОВА. Ул киң таралған, ҡатмарлы осраҡтары хатта үлемгә килтергән ауырыуҙарҙың береһе – ашҡаҙан йәрәхәте тураһында һөйләй.
Сир билдәләре юғарыла әйтеп үтелгәнсә генә түгел, башҡа рәүешле лә сағыла. Мәҫәлән, төн уртаһында ҡапыл ныҡ итеп асығыуҙан ашҡаҙан һурылып, һыуытҡысҡа йүнәлеүегеҙ ҙә уның хаҡында һөйләүе бар. Ашҡаҙан йәрәхәте алдынан була торған гастрит иһә оҙаҡ ваҡыт бөтөнләй бер нисек тә һиҙелмәҫкә мөмкин.
Ауырыу шунан ғибәрәт: ризыҡ эшкәртергә тейешле әсе һуттан ашҡаҙандың лайлалы тышсаһы бөтөнлөгө боҙолоп, йәрәхәттәр барлыҡҡа килә. Яраларҙың ҙурлығы төрлөсә булыуы ихтимал. Аш яҡшылап эшкәртелмәгәс, матдәләр алмашыныуы боҙола, сир көсәйгәндә кеше ябыға.
Ашҡаҙан йәрәхәте лә, бөйәндәгеһе лә, ҡыҙыл үңәстәгеһе лә бер төрлө үҫешә: тәүҙә лайлалы тышса юйылып ашала, артабан уның аҫтындағы туҡымалар зарарлана. Яра төпкә киткәндә, тишелеп, ҡан ағыуы мөмкин. Был бик ҡурҡыныс хәл, сөнки ҡанды туҡтатыу ҡатмарлы. Дауаханаға ваҡытында барып етмәгәндә ғүмер ҡыл өҫтөндә ҡала.
Үҙ белдегең менән дарыу эсмә!
Бөгөн был сирҙе мәңге ашыҡҡан, эш тип сабып, үҙҙәренә ваҡыт тапмаған кешеләрҙең ауырыуы тип атайҙар. Уның бер сәбәбе дөрөҫ туҡланмау, урыҡ-һурыҡ ҡапҡылау икәнен әйтеп тороу ҙа артыҡтыр. Ә бына икенсе сәбәбенә – үҙ белдегең менән дарыу ашауға айырым туҡталып үтәм. Табип менән кәңәшләшмәйенсә ацетилсалицил кислоталы дарыуҙар – температураны төшөрөүсе, ауыртыуҙы баҫыусы, ҡанды шыйығайтыусы препараттарҙы йыш эсеү диагноз ҡуйыуҙы, төп сир билдәләрен асыҡлауҙы ҡыйынлаштырып ҡына ҡалмай, беренсе сиратта ашҡаҙан, бөйән, йә үңәс тышсаһын сафтан сығара. Хатта кардиолог ҡан ҡуйырмаһын өсөн мотлаҡ ҡушҡан – йәшәү өсөн мөһим препараттарҙы ҡабул итер алдынан да ашҡаҙандың лайлалы тышсаһы «ни хәлдә» икәнен тикшереү зарур. ФГС үтергә, Хеликобактер пилори бактериялары булыу-булмауын асыҡларға, проблемалар бар икән, дауаланырға кәрәк. Бер ағзаны һауыҡтырып, икенсеһенә зыян килтермәҫ өсөн, препараттарҙың ярашыуына табип етди иғтибар бирергә тейеш.
Ашҡаҙан йәрәхәте барлыҡҡа килеүҙең 50 проценттан ашыу, бөйән йәрәхәте үҫешеүенең 80 проценттан артыҡ осрағында Хеликобактер пилори «ғәйепле». Бактерия ашҡаҙанға төшкәс, уның тышсаһының лайлалы ҡатламына инеп урынлаша. Ул бөрккән уреаза тигән фермент ашҡаҙан һутын нейтралләштерә, йәғни «ҡоралһыҙландыра». Артабан бактериялар ашҡаҙан туҡымаһын һаҡлаусы «кәртә» – лайла менән туйына башлай. Яланғас ҡалған туҡыма ялҡынһына, унда йәрәхәттәр хасил була.
Хеликобактер пилориҙы йоҡтороу тиҙ: уны йөрөтөүсе кеше тотонған һауытҡа, таҫтамалға, башҡа әйберҙәргә ҡағылыу ҙа етә. Бактерия – хас мәкерле, ике йөҙлө дошман. Организмда аҙ булған ваҡыттарында улар «боҫоп ҡына» йәшәй. Ә иммунитет саҡ ҡына төшһә, үрсеп, ҡеүәтләнеп китәләр, тоҙ кислотаһын бүлеп сығартып, тарҡалған ашҡаҙан тышсаһы менән һыйлана башлайҙар. Поликлиникаларҙа бер нисә ысул менән уларҙың барлығын, күләмен бик анһат асыҡларға һәм табип кәңәше буйынса дауаланып, ике аҙнала паразиттарҙан ҡотолорға мөмкин.
Бактерияны йоҡторған һәр кем ашҡаҙан йәрәхәте менән сырхап китмәй. Иммунитет кәмеүе, көсөргәнешле тормош, туҡланыу режимын боҙоу – сирҙең барлыҡҡа килеүенә этәргес. Шулай уҡ нәҫелендә берәйһе ошо ауырыуҙан интеккән кешеләргә тикшерелеп торорға кәрәк: сир атаһында бар икән, ғәҙәттә, улында ла асыҡлайбыҙ. Бактериялар оҙаҡ йәшәгән организмда ашҡаҙан йәрәхәте яман шешкә әйләнеүе ихтимал. Юҡҡа ғына Хеликобактер пилориға анализды онкомаркер тип атамайҙар бит.
Кеҫәл менән бутҡа файҙалы
Ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолған кешеләргә көнөнә биш-алты тапҡыр, өс-дүрт сәғәт һайын, аҙ-аҙлап ашарға кәңәш ителә. Бер үк ваҡытта туҡланырға тырышығыҙ, ашҡаҙан һуты шул сәғәттә бүленһә, аҙыҡ яҡшы һеңә. Зарарланған ашҡаҙан тышсаһы яңырһын өсөн, аш-һыуҙы төрләндерергә кәрәк. Әлбиттә, тоҙло-боросло, ҡыҙҙырылған, ауыр ризыҡтарҙан, шыжлап торған майҙа бешкән ҡоймаҡтан, хәмерҙән, тәмәкенән баш тартырға тура киләсәк. Көнөнә кәмендә 150-200 грамм ит йәки балыҡ ашағыҙ. Бутҡа, кеҫәл, бешерелгән, томаланған, быҡтырылған йәшелсә, мейестә бешкән алма, иләк аша үткәрелгән аштар файҙалы. Эскә ингән ризыҡ һалҡын да, ҡайнар ҙа булмаһын.
«Дауаланмайынса ла ашҡаҙан, бөйән йәрәхәтенән ҡотолдом», – тиер ҡайһы берәүҙәр. Эйе, ундайҙар ҙа бар. Ләкин был осраҡта яралар уңалған урында тупаҫ эҙҙәр ҡала. Йөйҙәр аҙыҡ үтеүенә ҡамасаулай, ашҡаҙан эшмәкәрлеген боҙа, шуға күрә операциялар яһарға тура килә. Ундай хәлгә барып етмәҫ өсөн, ваҡытында табипҡа мөрәжәғәт итергә һәм дауаланырға кәрәк.
Альмира КИРӘЕВА яҙып алды.
("Башҡортостан ҡыҙы" журналынан).