+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
23 Ғинуар 2019, 12:46

23 ғинуарға район яңылыҡтары

Фёдоровка физкультура-һауыҡтырыу комплексында Фёдоровка ойошмалары командалары араһында волейбол уйындары бара.

Фёдоровка физкультура-һауыҡтырыу комплексында Фёдоровка ойошмалары командалары араһында волейбол уйындары бара.

Эш көндәрендә эштән һуң алты команда осраша. Бөгөн Фёдоровка 2-се мәктәбе менән үҙәк район дауаханаһы, шунан мәғариф бүлеге һәм ФРЭС, район эске эштәр бүлексәһе һәм янғын часы командалары ярышасаҡ. Уйындар 18.30 сәғәттә башлана.


Бер ҡараһаң, ҡар яуа, бер ҡараһаң, сатлама һалҡын

Кисә генә көслө буран булыу сәбәпле, кешеләр эшкә, балалар мәктәпкә һәм балалар баҡсаларына көрт йырып килде. Бөгөн инде арыу ғына һыуытты, һауа температураһы урыны менән -18, -24 градусҡа етте.


“Һинең донъяң- Кинйә донъяһы” әҙәби байҡау

сараһы фронтовик, башҡорт яҙыусыһы Ғәли Ибраһимовтың 100 йыллығы айҡанлы 2-се мәктәптең 8а синыфы уҡыусылары өсөн үткәрелде.

Яҙыусының төп әҫәре булып “Кинйә” романы һанала, уның өсөн ул Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһына лайыҡ булған. Уҡыусылар романдың тарихы, төп герой хаҡында белде. Район китапханаһының уҡыуҙар залында “Тамырҙарға тоғролоҡ” китап күргәҙмәһе ойошторолдо, әҙәби байҡау булды.


Ленинград блокадаһы 872 көн дауам иткән

25 ғинуарҙа Бала Сытырман күп функциялы клубында “Блокада хәтәре” хәтер сәғәте уҙасаҡ.


Бына исмаһам ҡар!

Кисә Фёдоровка юл төҙөү- ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәренә арыу көс һалырға тура килде: көслө бурандан һуң юлдарҙы көсәйтелгән режимда таҙарттылар. Ҙур юлдарҙа техника бурыстарын намыҫлы башҡарҙы. Бөгөн был эштәрҙе дауам итергә кәрәк буласаҡ, сөнки бөтә участкалар ҙа әле ҡарҙан асылмаған.


Күңелле, файҙалы ял

Ҡышҡы каникулдарҙа Яңы Яуыш ауыл клубы мөдире Г. Хәйбуллина балалар менән төрлө уйындар, конкурстар ойошторҙо. Февралгә мәҙәниәт учреждениеһында “Олатай һәм ейән”, “Һаумы, әкиәт” конкурстары планлаштырылған.

А. МАРАТОВА.
Читайте нас: