+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
25 Ғинуар 2019, 14:52

25 ғинуарға район яңылыҡтары

Буран арҡаһында мәктәпкә ни бары 55 уҡыусы ғына килгәнҺауа торошо көйһөҙләнде. Кисә генә 25-30 градус һалҡын ине, бөгөн- буран. Ауылдарҙың күпселегендә төндә ут һүнгән. Юл төҙөү-ремонтлау идаралығы техникаһы юлдарҙы таҙартып өлгөрмәй. Райондың күпселек мәктәптәрендә дәрестәр булманы. Фёдоровка 2-се мәктәбендә ни бары- 55, 1-се мәктәпкә 63 уҡыусы килгән. Юлдарҙың насарлығы арҡаһында ауылдарҙан балаларҙы алып килеү ойошторолманы. “Баҡса” микрорайонында бассейн төҙөү тулы көскә бара. Ошо көндәрҙә эшселәр бригадаһы бинаның тимер каркасын ҡуйҙы. Тиҙҙән стенаһын күтәрә башлаясаҡтар. Биҙәкләп бәйләйҙәрӨсбүләк ҡатындары ҡышҡы көндәрҙә үҙҙәренә шөғөл тапҡан. Һәр кесаҙна, 7-8 ҡатын Флүзә менән Ғәбделғаффар Рәхимовтарҙың йортона йыйыла. Флүзә Хәйри ҡыҙы уларға мендәр, йылы тапочки, матур салфеткалар бәйләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.Фёдоровка 1-се мәктәбенең башланғыс синыф уҡыусылары “Лисенок” Халыҡ-ара конкурсында ҡатнашты. Олимпиада һөҙөмтәләрендә уңыштарға ирешкән уҡыусылар Дипломдарға лайыҡ булды. Уҡытыусылар О.К. Хәлитова, Н.С. Талаева, Н.Н. Кривоконь, Г.А. Данилкина конкурсҡа уҡыусыларҙы әҙерләүҙәре һәм әүҙем ҡатнашыуҙары өсөн Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.З. ФӘЙЗУЛЛИНА.

Буран арҡаһында мәктәпкә ни бары 55 уҡыусы ғына килгән

Һауа торошо көйһөҙләнде. Кисә генә 25-30 градус һалҡын ине, бөгөн- буран. Ауылдарҙың күпселегендә төндә ут һүнгән. Юл төҙөү-ремонтлау идаралығы техникаһы юлдарҙы таҙартып өлгөрмәй. Райондың күпселек мәктәптәрендә дәрестәр булманы. Фёдоровка 2-се мәктәбендә ни бары- 55, 1-се мәктәпкә 63 уҡыусы килгән. Юлдарҙың насарлығы арҡаһында ауылдарҙан балаларҙы алып килеү ойошторолманы.


“Баҡса” микрорайонында бассейн төҙөү тулы көскә бара.

Ошо көндәрҙә эшселәр бригадаһы бинаның тимер каркасын ҡуйҙы. Тиҙҙән стенаһын күтәрә башлаясаҡтар.


Биҙәкләп бәйләйҙәр

Өсбүләк ҡатындары ҡышҡы көндәрҙә үҙҙәренә шөғөл тапҡан. Һәр кесаҙна, 7-8 ҡатын Флүзә менән Ғәбделғаффар Рәхимовтарҙың йортона йыйыла. Флүзә Хәйри ҡыҙы уларға мендәр, йылы тапочки, матур салфеткалар бәйләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.


Фёдоровка 1-се мәктәбенең башланғыс синыф уҡыусылары “Лисенок” Халыҡ-ара конкурсында ҡатнашты.

Олимпиада һөҙөмтәләрендә уңыштарға ирешкән уҡыусылар Дипломдарға лайыҡ булды. Уҡытыусылар О.К. Хәлитова, Н.С. Талаева, Н.Н. Кривоконь, Г.А. Данилкина конкурсҡа уҡыусыларҙы әҙерләүҙәре һәм әүҙем ҡатнашыуҙары өсөн Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

З. ФӘЙЗУЛЛИНА.
Читайте нас: