+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
25 Ғинуар 2019, 14:20

Бишенсе Ҡоролтай июндә үтәсәк

бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ултырыш үткәрҙе. Көн тәртибендә Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләү айҡанлы саралар планы һәм ошо ҙур дата уңайынан Рәсәй субъекттарында башҡорт мәҙәниәте һәм мәғариф көндәрен ойоштороу, шулай уҡ был йылдың иң мөһим сараларының береһе – Бишенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәреү тураһында мәсьәләләр ҡаралды.Әйткәндәй, алдан хәбәр итүебеҙсә, тап ошо йыйынға “Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы” әҙерләнергә тейеш. Башҡарма комитет ағзалары, фекер алышҡандан һуң, Бишенсе ҡоролтайҙы 28 – 29 июндә үткәрергә тигән ҡарарға килде. Шунда уҡ йыйындың эш көндәре тәртибе проекты ла ҡаралды. Башҡортостан башлығы ҡатнашлығындағы пленар өлөштән тыш, алты секция эшләүе ихтимал. Ҡағиҙә булараҡ яңы башҡарма комитет һайланасаҡ. Делегаттар өсөн күсмә сара ла ойошторола – улар Торатауға барасаҡ.Ҡыҫҡаһы, Бишенсе йыйынды йыйыу – көн талабы. Халҡыбыҙҙың әүҙем вәкилдәре йыйылған сараға ҙур өмөттәр бағлана.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ултырыш үткәрҙе. Көн тәртибендә Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләү айҡанлы саралар планы һәм ошо ҙур дата уңайынан Рәсәй субъекттарында башҡорт мәҙәниәте һәм мәғариф көндәрен ойоштороу, шулай уҡ был йылдың иң мөһим сараларының береһе – Бишенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәреү тураһында мәсьәләләр ҡаралды.



Әйткәндәй, алдан хәбәр итүебеҙсә, тап ошо йыйынға “Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы” әҙерләнергә тейеш. Башҡарма комитет ағзалары, фекер алышҡандан һуң, Бишенсе ҡоролтайҙы 28 – 29 июндә үткәрергә тигән ҡарарға килде. Шунда уҡ йыйындың эш көндәре тәртибе проекты ла ҡаралды. Башҡортостан башлығы ҡатнашлығындағы пленар өлөштән тыш, алты секция эшләүе ихтимал. Ҡағиҙә булараҡ яңы башҡарма комитет һайланасаҡ. Делегаттар өсөн күсмә сара ла ойошторола – улар Торатауға барасаҡ.


Ҡыҫҡаһы, Бишенсе йыйынды йыйыу – көн талабы. Халҡыбыҙҙың әүҙем вәкилдәре йыйылған сараға ҙур өмөттәр бағлана.
Читайте нас: