+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
28 Ғинуар 2019, 16:32

Һау булам тиһәң...

“Яман шешкә ҡаршы дәррәү ҡуҙғалып дөрөҫ туҡланыу революцияһы иғлан итергә кәрәк, – ти Зәүхиә Ғәзизйән ҡыҙы. – Сирҙе дауалай ала торған мөғжизәле препарат уйлап сығарасаҡтарына ышанып, ҡырылып ятмайыҡ әле. Ул була торған хәл түгеллеген, уйлап ҡараһаҡ, үҙебеҙ ҙә аңлай алабыҙ. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе ер йөҙөнә йәшәргә ебәргәндә үк беҙгә дауаһын да ебәргән. Мулдан. Бушҡа. Барыбыҙға ла етерлек итеп...Рак диагнозы ҡуйылғандарға һәм был ауырыуҙы булдырмаҫ өсөн сәләмәт кешеләргә лә ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк.1) Бер ваҡытта ла эс ҡатыуҙы булдырмаҫҡа. Кеше көндәлек ашаған ризыҡты эсендә серетеп ятҡырырға тейеш түгел, эшкәртеп, көн дә сығарып барырға тейешбеҙ. Эс ҡатыуҙы булдырмау бер ҙә ҡыйын эш түгел. Ябай ғына физзарядка. Иртәнсәк эйелеп-бөгөлөп алыу һәм эсте баҫып торған көйө генә лә арҡаға табан ныҡ ҡына ҡыҫып алыу эсәктәрҙең перистальтикаһын нығыта, престы көсәйтә. Көн дә иртәнсәк ике-өс стакан йылы һыу эсеү тулыһынса эсәктәрҙәге кисәге ашағандан ҡалған серей башлаған тиҙәкте сығара.2) Көн дә паразиттарға ҡаршы, беҙҙең организмға зыян килтерә торған бактерияларға, микроорганизмдарға, инфекцияларға ҡаршы уларҙы кәметеп тороу, юҡ итеү эше алып барылырға тейеш һәр ғаиләлә. Әгәр ҙә беҙ иртәнсәк эсә торған һыуға лимон һуты һыҡһаҡ, һарымһаҡ турап болғатһаҡ, йәки сәйнәп йотһаҡ, әҙ генә онталған ҡәнәфер ҡушып йотһаҡ (сәй ҡалағы осонда ғына), ул паразиттарға көн бөтә. Ә кешенең тәнендә насар сиргә кәртә көндән-көн ҡуйылып барыла. Күҙ алдына килтерегеҙ, кеше көн дә ауыҙ эсенән алып эсәктәренә хәтле йыуып ҡына тормай, ундағы беҙҙең иммунитетты кәметеүсе, беҙҙең хәлде алыусы, сирләтеүсе хәшәрәттәрҙе юҡ итә. Кемгә насар бынан? Организмға һәйбәт, ә бына беҙҙе ауыр сирҙәргә дусар итеүсе сәбәптәргә көн бөтә.3) Ваҡ ҡырғыста ҡырып, сей кишер менән сөгөлдөр салаты ашарға ғәҙәтләнһәк, 70-80 % ауыр сирҙәр менән сирләмәйбеҙ тигән гарантия була. Көслө иммунитетты бешмәгән кишер һәм сөгөлдөр салаты формалаштыра. Батшалар салаты ла тиҙәр уны. Уға күңелгә ятҡан үҫемлек майы ҡушһаң, тағы ла шәп. Ул салат тағы ла ашҡаҙанда, эсәктәрҙә йыйылып ятҡан, серей башлаған ҡалдыҡтарҙы алып сыға. Ә составында ниндәй файҙалы мәтдәләр барлығын беләбеҙ. Сөгөлдөр кеүәҫе эскән кешеләрҙә инсульт, инфаркт, ҡан юлдары бысраныуы булмауы, шулай уҡ онкологияның да ситләп уҙыуы иҫбатланған.4) Ә үҙебеҙҙең яланда шаулап-гөрләп үҫкән үләндәрҙең дөрөҫ итеп ҡулланған саҡта теләһә ҡайһы сирҙе дауалай алғаны инде билдәле. Әрем хаҡында халыҡ былай ҙа белә кеүек. Ябай ғына был үҫемлектең рак күҙәнәктәрен үлтерә алыуын асыҡлаған профессор инде Нобель премияһы ла алды. Беҙҙең яҡтарҙа был үлән салғы менән сабырлыҡ дәрәжәлә күп үҫә. Бынан 15 йыл элек таныштарыма үпкә сире диагнозы ҡуйҙылар. Икеһенең дә бер үпкәһен киҫеп аттылар. Йәшәйһегеҙ килһә, ҡалған үпкәгеҙ серемәһен, яраҡлы булһын тиһәгеҙ, сәй урынына көн дә әрем төнәтмәһе эсегеҙ, тинем. Самаһын әйттем. Береһе минең һүҙгә ҡолаҡ һалды. 10 йылдан артыҡ иҫән. Эшләп йөрөй, ғаиләһе, балалары бар. Ә икенсе танышым үләндәр сихәтенә ышанмайым тип, ҡул һелтәне һәм бер йылдан һуң үлде...5) Ракка ҡаршы диетаның төп йөкмәткеһен ҡамыр ризыҡтарын сикләү ҙә алып тора. Сөпрәһеҙ бешерелгән икмәккә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Йәки ҡомалаҡ сөпрәһен ҡулланырға. Шәкәр һәм кондитер ризыҡтарҙан дауаланған ваҡытта баш тартып тороу хәйерле. Ҡарабойҙай рак сиренән дауалау һәм уны булдырмау буйынса беренсе урындарҙа тора. Көн дә ашап торһаң да зыянһыҙ. Бына ошо үҙебеҙҙә үҫкән ябай ғына ризыҡтар менән дә хатта ракты ла булдырмаҫҡа була. Һәм күп кенә башҡа ауырыуҙарҙан да арынырға мөмкин.Үҙемдең туғандарға ла, таныштарға ла ризыҡ хаҡында һүҙ сыҡһа, итле һәм һөтлө һыйырҙы күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, тим. Нимә ашап ул шундай ит туплай һәм һөт бирә? Тимәк, кеше лә шундай темпта йәшәргә тейеш. Тәбиғәткә яҡын, эшкәртелмәгән үҫемлектәр, йәшелсәләргә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Унан мин ас тороуҙың, бигерәк тә ҡоро ас тороуҙың сәләмәтлеккә сихәте ҙур тип һанайым. Хатта яман шеште лә шундай юл менән дауалап була. Ракка, бүтән ауыр сирҙәргә ҡаршы торорлоҡ ризыҡ, үләндәр араһында йәшәйбеҙ һәм ... сирләйбеҙ. Сөнки беҙҙең күҙҙәр ни өсөндөр уларҙы күрмәй. Бөтәбеҙ бер булып, дәррәү рәүештә дөрөҫ туҡланыу революцияһы иғлан итмәһә, ул сирҙәр беҙҙе ситләп үтмәйәсәк, беҙҙе сүпләүҙән туҡтамаясаҡ. Мөғжизә көтөп ултырыу файҙаһыҙ. Һәр кем бына шуларҙы аңлаһын ине!Аҡ сәскә (ромашка), меңъяпраҡ һәм әрем – был сирҙәргә ҡаршы көслө үләндәр һанала. Зәүхиә Ғәзизйән ҡыҙы уларҙы һәр көн аҙ-аҙлап ҡулланырға кәңәш итә. Киптерелгән ярты ҡалаҡ үләнгә бер стакан ҡайнар һыу һалып төнәтергә кәрәк, ти ул. 15 минуттан әҙер. Самаһын белеп эсһәң, артыҡ булмай.

“Яман шешкә ҡаршы дәррәү ҡуҙғалып дөрөҫ туҡланыу революцияһы иғлан итергә кәрәк, – ти Зәүхиә Ғәзизйән ҡыҙы.

– Сирҙе дауалай ала торған мөғжизәле препарат уйлап сығарасаҡтарына ышанып, ҡырылып ятмайыҡ әле. Ул була торған хәл түгеллеген, уйлап ҡараһаҡ, үҙебеҙ ҙә аңлай алабыҙ. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе ер йөҙөнә йәшәргә ебәргәндә үк беҙгә дауаһын да ебәргән. Мулдан. Бушҡа. Барыбыҙға ла етерлек итеп...


Рак диагнозы ҡуйылғандарға һәм был ауырыуҙы булдырмаҫ өсөн сәләмәт кешеләргә лә ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк.


1) Бер ваҡытта ла эс ҡатыуҙы булдырмаҫҡа. Кеше көндәлек ашаған ризыҡты эсендә серетеп ятҡырырға тейеш түгел, эшкәртеп, көн дә сығарып барырға тейешбеҙ. Эс ҡатыуҙы булдырмау бер ҙә ҡыйын эш түгел. Ябай ғына физзарядка. Иртәнсәк эйелеп-бөгөлөп алыу һәм эсте баҫып торған көйө генә лә арҡаға табан ныҡ ҡына ҡыҫып алыу эсәктәрҙең перистальтикаһын нығыта, престы көсәйтә. Көн дә иртәнсәк ике-өс стакан йылы һыу эсеү тулыһынса эсәктәрҙәге кисәге ашағандан ҡалған серей башлаған тиҙәкте сығара.


2) Көн дә паразиттарға ҡаршы, беҙҙең организмға зыян килтерә торған бактерияларға, микроорганизмдарға, инфекцияларға ҡаршы уларҙы кәметеп тороу, юҡ итеү эше алып барылырға тейеш һәр ғаиләлә. Әгәр ҙә беҙ иртәнсәк эсә торған һыуға лимон һуты һыҡһаҡ, һарымһаҡ турап болғатһаҡ, йәки сәйнәп йотһаҡ, әҙ генә онталған ҡәнәфер ҡушып йотһаҡ (сәй ҡалағы осонда ғына), ул паразиттарға көн бөтә. Ә кешенең тәнендә насар сиргә кәртә көндән-көн ҡуйылып барыла. Күҙ алдына килтерегеҙ, кеше көн дә ауыҙ эсенән алып эсәктәренә хәтле йыуып ҡына тормай, ундағы беҙҙең иммунитетты кәметеүсе, беҙҙең хәлде алыусы, сирләтеүсе хәшәрәттәрҙе юҡ итә. Кемгә насар бынан? Организмға һәйбәт, ә бына беҙҙе ауыр сирҙәргә дусар итеүсе сәбәптәргә көн бөтә.


3) Ваҡ ҡырғыста ҡырып, сей кишер менән сөгөлдөр салаты ашарға ғәҙәтләнһәк, 70-80 % ауыр сирҙәр менән сирләмәйбеҙ тигән гарантия була. Көслө иммунитетты бешмәгән кишер һәм сөгөлдөр салаты формалаштыра. Батшалар салаты ла тиҙәр уны. Уға күңелгә ятҡан үҫемлек майы ҡушһаң, тағы ла шәп. Ул салат тағы ла ашҡаҙанда, эсәктәрҙә йыйылып ятҡан, серей башлаған ҡалдыҡтарҙы алып сыға. Ә составында ниндәй файҙалы мәтдәләр барлығын беләбеҙ. Сөгөлдөр кеүәҫе эскән кешеләрҙә инсульт, инфаркт, ҡан юлдары бысраныуы булмауы, шулай уҡ онкологияның да ситләп уҙыуы иҫбатланған.


4) Ә үҙебеҙҙең яланда шаулап-гөрләп үҫкән үләндәрҙең дөрөҫ итеп ҡулланған саҡта теләһә ҡайһы сирҙе дауалай алғаны инде билдәле. Әрем хаҡында халыҡ былай ҙа белә кеүек. Ябай ғына был үҫемлектең рак күҙәнәктәрен үлтерә алыуын асыҡлаған профессор инде Нобель премияһы ла алды. Беҙҙең яҡтарҙа был үлән салғы менән сабырлыҡ дәрәжәлә күп үҫә. Бынан 15 йыл элек таныштарыма үпкә сире диагнозы ҡуйҙылар. Икеһенең дә бер үпкәһен киҫеп аттылар. Йәшәйһегеҙ килһә, ҡалған үпкәгеҙ серемәһен, яраҡлы булһын тиһәгеҙ, сәй урынына көн дә әрем төнәтмәһе эсегеҙ, тинем. Самаһын әйттем. Береһе минең һүҙгә ҡолаҡ һалды. 10 йылдан артыҡ иҫән. Эшләп йөрөй, ғаиләһе, балалары бар. Ә икенсе танышым үләндәр сихәтенә ышанмайым тип, ҡул һелтәне һәм бер йылдан һуң үлде...


5) Ракка ҡаршы диетаның төп йөкмәткеһен ҡамыр ризыҡтарын сикләү ҙә алып тора. Сөпрәһеҙ бешерелгән икмәккә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Йәки ҡомалаҡ сөпрәһен ҡулланырға. Шәкәр һәм кондитер ризыҡтарҙан дауаланған ваҡытта баш тартып тороу хәйерле. Ҡарабойҙай рак сиренән дауалау һәм уны булдырмау буйынса беренсе урындарҙа тора. Көн дә ашап торһаң да зыянһыҙ. Бына ошо үҙебеҙҙә үҫкән ябай ғына ризыҡтар менән дә хатта ракты ла булдырмаҫҡа була. Һәм күп кенә башҡа ауырыуҙарҙан да арынырға мөмкин.


Үҙемдең туғандарға ла, таныштарға ла ризыҡ хаҡында һүҙ сыҡһа, итле һәм һөтлө һыйырҙы күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, тим. Нимә ашап ул шундай ит туплай һәм һөт бирә? Тимәк, кеше лә шундай темпта йәшәргә тейеш. Тәбиғәткә яҡын, эшкәртелмәгән үҫемлектәр, йәшелсәләргә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Унан мин ас тороуҙың, бигерәк тә ҡоро ас тороуҙың сәләмәтлеккә сихәте ҙур тип һанайым. Хатта яман шеште лә шундай юл менән дауалап була. Ракка, бүтән ауыр сирҙәргә ҡаршы торорлоҡ ризыҡ, үләндәр араһында йәшәйбеҙ һәм ... сирләйбеҙ. Сөнки беҙҙең күҙҙәр ни өсөндөр уларҙы күрмәй. Бөтәбеҙ бер булып, дәррәү рәүештә дөрөҫ туҡланыу революцияһы иғлан итмәһә, ул сирҙәр беҙҙе ситләп үтмәйәсәк, беҙҙе сүпләүҙән туҡтамаясаҡ. Мөғжизә көтөп ултырыу файҙаһыҙ. Һәр кем бына шуларҙы аңлаһын ине!


Аҡ сәскә (ромашка), меңъяпраҡ һәм әрем – был сирҙәргә ҡаршы көслө үләндәр һанала. Зәүхиә Ғәзизйән ҡыҙы уларҙы һәр көн аҙ-аҙлап ҡулланырға кәңәш итә. Киптерелгән ярты ҡалаҡ үләнгә бер стакан ҡайнар һыу һалып төнәтергә кәрәк, ти ул. 15 минуттан әҙер. Самаһын белеп эсһәң, артыҡ булмай.

"Шоңҡар" журналынан.
Читайте нас: