+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
28 Ғинуар 2019, 16:40

Ҡөрьән аяттары сирҙән һауыҡтыра

Американың Флорида штаты Панама ҡалаһының «Әҡбәр» клиникаһында эшләүсе Әхмәт әл Ҡаҙий исемле ғалим эске көсөргәнеш кисереү арҡаһында психикаһы ҡаҡшаған кешеләргә, йөрәк өйәнәге һәм башҡа ауырыуҙар менән яфаланыусыларға Ҡөрьән аяттарын көйләп уҡыуҙың шифалы йоғонтоһо буйынса махсус тикшеренеүҙәр үткәргән. Бының өсөн ғалим Ҡөрьән һәм ғәрәп теле тураһында бер нәмә лә белмәгән ауырыуҙарҙы һайлап ала. Уларға тәүҙә Ҡөрьәндең ғәрәпсә тексын уҡыйҙар ҙа һуңынан йөкмәткеһе ниҙән ғибәрәт булыуын инглизсә аңлаталар. Аяттарҙың сирлеләргә тәьҫирен иң камил заманса приборҙар һәм компьютерҙар теркәп бара. Бер йыл буйына үткәрелгән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһен ғалим 1984 йылда Төньяҡ Америка медицина конгресында уҡып ишеттерә. Һөҙөмтә шаҡ ҡатырғыс була – ауырыуҙарҙың 97 проценты һауыҡҡан. Үрҙә әйтелгән приборҙарҙа аят тыңлаған сирлеләрҙең йөрәк эшмәкәрлеге, температураһы, хатта тән тиреһенең яҡшырыуы ла теркәлгән. Был материалдар менән конгреста ҡатнашыусы ғалимдар бик ҡыҙыҡһына. Бер аҙҙан Голландияла йәшәүсе психолог, профессор Ван дер Ховен да Ҡөрьәндең шифалы тәьҫирен раҫлай. Был ғалим үҙе мосолман түгел, ә ислам дине менән фәнни күҙлектән сығып ҡына ҡыҙыҡһынған. Ул «Аллаһ» һүҙен ҡабатлауҙың, Ҡөрьән уҡыуҙың һаулыҡҡа файҙалы булыуын өс йыл буйына ҙур төркөм пациенттарына үткәргән тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһе менән иҫбатлай. Психолог раҫлауынса, «Аллаһ» тигән һүҙҙәге һәр хәреф психикаһы ҡаҡшаған, аҡылы зәғифләнгән кешеләрҙе һауыҡтырыуҙа ҙур роль уйнай икән. Мәҫәлән, тәүге «әлиф» өнө һулыш алыуҙы контролләй, тын юлы эшмәкәрлеген көйләй. Артабанғы «л» хәрефе һулыш сығарыуҙы еңеләйтһә, һуңғы «һ» йөрәк менән үпкә бәйләнешен яҡшыртып, йөрәк ҡағышын тәртипкә һала.Тәсбих тартыуҙың да файҙалы булыуы билдәле. Ул ҡаҡшаған нервы системаһын нығытырға, тулҡынланыуҙы еңергә, стрестан ҡотолорға ярҙам итә. «Аллаһу әкбәр», «собханаллаһ» йә «әлхәмделиллаһ» тип ҡабатлау ярайһы ғына тынысландыра.

Американың Флорида штаты Панама ҡалаһының «Әҡбәр» клиникаһында эшләүсе Әхмәт әл Ҡаҙий исемле ғалим эске көсөргәнеш кисереү арҡаһында психикаһы ҡаҡшаған кешеләргә, йөрәк өйәнәге һәм башҡа ауырыуҙар менән яфаланыусыларға Ҡөрьән аяттарын көйләп уҡыуҙың шифалы йоғонтоһо буйынса махсус тикшеренеүҙәр үткәргән. Бының өсөн ғалим Ҡөрьән һәм ғәрәп теле тураһында бер нәмә лә белмәгән ауырыуҙарҙы һайлап ала. Уларға тәүҙә Ҡөрьәндең ғәрәпсә тексын уҡыйҙар ҙа һуңынан йөкмәткеһе ниҙән ғибәрәт булыуын инглизсә аңлаталар. Аяттарҙың сирлеләргә тәьҫирен иң камил заманса приборҙар һәм компьютерҙар теркәп бара. Бер йыл буйына үткәрелгән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһен ғалим 1984 йылда Төньяҡ Америка медицина конгресында уҡып ишеттерә. Һөҙөмтә шаҡ ҡатырғыс була – ауырыуҙарҙың 97 проценты һауыҡҡан. Үрҙә әйтелгән приборҙарҙа аят тыңлаған сирлеләрҙең йөрәк эшмәкәрлеге, температураһы, хатта тән тиреһенең яҡшырыуы ла теркәлгән. Был материалдар менән конгреста ҡатнашыусы ғалимдар бик ҡыҙыҡһына. Бер аҙҙан Голландияла йәшәүсе психолог, профессор Ван дер Ховен да Ҡөрьәндең шифалы тәьҫирен раҫлай. Был ғалим үҙе мосолман түгел, ә ислам дине менән фәнни күҙлектән сығып ҡына ҡыҙыҡһынған. Ул «Аллаһ» һүҙен ҡабатлауҙың, Ҡөрьән уҡыуҙың һаулыҡҡа файҙалы булыуын өс йыл буйына ҙур төркөм пациенттарына үткәргән тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһе менән иҫбатлай. Психолог раҫлауынса, «Аллаһ» тигән һүҙҙәге һәр хәреф психикаһы ҡаҡшаған, аҡылы зәғифләнгән кешеләрҙе һауыҡтырыуҙа ҙур роль уйнай икән. Мәҫәлән, тәүге «әлиф» өнө һулыш алыуҙы контролләй, тын юлы эшмәкәрлеген көйләй. Артабанғы «л» хәрефе һулыш сығарыуҙы еңеләйтһә, һуңғы «һ» йөрәк менән үпкә бәйләнешен яҡшыртып, йөрәк ҡағышын тәртипкә һала.

Тәсбих тартыуҙың да файҙалы булыуы билдәле. Ул ҡаҡшаған нервы системаһын нығытырға, тулҡынланыуҙы еңергә, стрестан ҡотолорға ярҙам итә. «Аллаһу әкбәр», «собханаллаһ» йә «әлхәмделиллаһ» тип ҡабатлау ярайһы ғына тынысландыра.
Читайте нас: