+18 °С
Дождь
Баш
Рус
Тат
Онлайн – хәбәрҙәр
28 Января 2019, 11:38
Шаңдау
Аталы-уллы бер көндө тауға күтәрелә. Улы аңғармаҫтан ташҡа бәрелеп, үҙе лә һиҙмәҫтән ҡысҡырып ебәрә:– А-а-а-а-а-а!Үҙенең артынса шундай уҡ тауыш яңғырауға аптырап ҡала ул:– А-а-а-а-а-а!– Кем һин? – тип ғәжәпләнә әлегә шаңдауҙың нимә икәнен дә аңламаған малай.Уға яуап итеп йәнә:– Кем һин? – тигән һүҙҙәр ишетелә.Яуап ҡәнәғәтләндермәгәс, малай асыулана ла:– Ҡурҡаҡ! – тип ирештерә.– Ҡурҡаҡ! – ти был юлы ла баяғы сәйер тауыш.– Һис тә аңламайым, нимә был? – тип атаһына мөрәжәғәт итә тамам аптырашта ҡалған ир бала.– Мине иғтибар менән генә тыңла әле, улым! – ти ҙә атаһы тауға ҡарап:– Мин һине хөрмәт итәм! – тип һөрән һала.Уға яуап итеп шундай уҡ һүҙҙәр яңғырай.– Мин һине хөрмәт итәм!– Һин – иң яҡшыһы! – ти атаһы һәм йылмайып улына баға.– Һин – иң яҡшыһы! – ти баяғы серле ауаз да.Малай иһә ғәжәпләнгән килеш тора бирә. Һуңынан атаһы уға былай тип аңлата:– Был күренеште шаңдау тип атайҙар, улым. Әммә, ысынында, тормош ул. Һин уға ҡарата ниндәй һүҙҙәр яуҙырып, ниндәй ҡылыҡтар ҡылһаң, ул да һиңә шундай уҡ яуап ҡайтара…
Аталы-уллы бер көндө тауға күтәрелә. Улы аңғармаҫтан ташҡа бәрелеп, үҙе лә һиҙмәҫтән ҡысҡырып ебәрә:
– А-а-а-а-а-а!
Үҙенең артынса шундай уҡ тауыш яңғырауға аптырап ҡала ул:
– А-а-а-а-а-а!
– Кем һин? – тип ғәжәпләнә әлегә шаңдауҙың нимә икәнен дә аңламаған малай.
Уға яуап итеп йәнә:
– Кем һин? – тигән һүҙҙәр ишетелә.
Яуап ҡәнәғәтләндермәгәс, малай асыулана ла:
– Ҡурҡаҡ! – тип ирештерә.
– Ҡурҡаҡ! – ти был юлы ла баяғы сәйер тауыш.
– Һис тә аңламайым, нимә был? – тип атаһына мөрәжәғәт итә тамам аптырашта ҡалған ир бала.
– Мине иғтибар менән генә тыңла әле, улым! – ти ҙә атаһы тауға ҡарап:
– Мин һине хөрмәт итәм! – тип һөрән һала.
Уға яуап итеп шундай уҡ һүҙҙәр яңғырай.
– Мин һине хөрмәт итәм!
– Һин – иң яҡшыһы! – ти атаһы һәм йылмайып улына баға.
– Һин – иң яҡшыһы! – ти баяғы серле ауаз да.
Малай иһә ғәжәпләнгән килеш тора бирә. Һуңынан атаһы уға былай тип аңлата:
– Был күренеште шаңдау тип атайҙар, улым. Әммә, ысынында, тормош ул. Һин уға ҡарата ниндәй һүҙҙәр яуҙырып, ниндәй ҡылыҡтар ҡылһаң, ул да һиңә шундай уҡ яуап ҡайтара…
"Шоңҡар" журналынан.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"