+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
29 Ғинуар 2019, 16:24

29 ғинуарға район яңылыҡтары

Пенсияға өҫтәмә алыу өсөн алдан мөрәжәғәт иткәндәрБилдәле булыуынса, 1 ғинуарҙан ауылда йәшәүсе, ауыл хужалығында 30 йыл эш стажы булған эшләмәүсе пенсионерҙарҙың пенсияһына 25 процент күләмендә өҫтәмә ҡаралыуы тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде. 1 ғинуарға бөтә документтарын тапшырған пенсионерҙар һаны 1088 кеше тәшкил итте. Әле район пенсия фондына мөрәжәғәт итеүҙәр дауам итә.Мәктәптәрҙе һәм балаларҙың айырым төркөмөн аҙыҡ-түлек менән тәьмин итәләр“Гермес” ҡулланыусылар йәмғиәте район мәктәптәре ашханаларын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Водителдәр Анатоий Дмитриев менән Альберт Туҡбаев 20 белем биреү учреждениеһына аҙыҡ-түлек ташый. Хәҙер был хеҙмәт сәләмәтлектәре сикләнгән балаларға ла күрһәтеләсәк.Вокалистар етди һынауҙарға әҙерләнәФёдоровка сәнғәт мәктәбе уҡыусылары 19 февралдә Салауат ҡалаһында уҙасаҡ етди конкурсҡа әҙерләнә. Конкурс Башҡортостандың 100 йыллығына бағышлана. Райондан сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Н.В. Орлова менән өс уҡыусы барасаҡ.Г. БАҠЫЕВА.

Пенсияға өҫтәмә алыу өсөн алдан мөрәжәғәт иткәндәр

Билдәле булыуынса, 1 ғинуарҙан ауылда йәшәүсе, ауыл хужалығында 30 йыл эш стажы булған эшләмәүсе пенсионерҙарҙың пенсияһына 25 процент күләмендә өҫтәмә ҡаралыуы тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде. 1 ғинуарға бөтә документтарын тапшырған пенсионерҙар һаны 1088 кеше тәшкил итте. Әле район пенсия фондына мөрәжәғәт итеүҙәр дауам итә.


Мәктәптәрҙе һәм балаларҙың айырым төркөмөн аҙыҡ-түлек менән тәьмин итәләр
“Гермес” ҡулланыусылар йәмғиәте район мәктәптәре ашханаларын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Водителдәр Анатоий Дмитриев менән Альберт Туҡбаев 20 белем биреү учреждениеһына аҙыҡ-түлек ташый. Хәҙер был хеҙмәт сәләмәтлектәре сикләнгән балаларға ла күрһәтеләсәк.


Вокалсылар етди һынауҙарға әҙерләнә
Фёдоровка сәнғәт мәктәбе уҡыусылары 19 февралдә Салауат ҡалаһында уҙасаҡ етди конкурсҡа әҙерләнә. Конкурс Башҡортостандың 100 йыллығына бағышлана. Райондан сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Н.В. Орлова менән өс уҡыусы барасаҡ.

Г. БАҠЫЕВА.
Читайте нас: