-5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
29 Ғинуар 2019, 16:36

ҮҘЕНЕҢ КИЛӘСӘГЕН ХАЛЫҠ ҮҘЕ БИЛДӘЛӘРГӘ ТЕЙЕШ!

– Беҙҙе V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы көтә.Күләмле форумға «Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы» проектын өлгөртөргә кәрәк. Һуңынан Хөкүмәт тарафынан әҙерләнгән бөтөн дәүләт программалары уға нигеҙләнергә тейеш, – тип эксперттар советы ултырышының төп маҡсатын билдәләне Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты етәксеһе Данир Ғәйнуллин.Белгестәр стратегияның нигеҙен тәшкил итергә тейешле төп элементтарҙы, уның маҡсаттарын, шулай уҡ төҙөлөш механизмын ҡараны.– Стратегия өҫтөндә эшләүгә эксперттарҙы ғына түгел, документтарҙы күмәкләп эшләргә мөмкинлек биргән заманса технологияларҙы файҙаланып, бөтөн халыҡты йәлеп итергә кәрәк. Киң йәмәғәтселектән йыйылған тәҡдимдәр нигеҙендә генә белгестәр документтың финал проектын әҙерләйәсәк. Үҙенең киләсәген халыҡ үҙе билдәләргә тейеш! – тип билдәләнеләр ултырышта.Яҡынса алғанда, берәй 20-30 йылдан башҡорттарҙың тормошо ҡайһы яҡҡа үҙгәрер? Демографик процесс ниндәй буласаҡ, башҡорт телен белеүселәр һаны? Быуаттар үткәс тә башҡорт милләте булараҡ һаҡланып ҡалыу өсөн бөгөн нимә эшләргә?Хөрмәтле йәмәғәт!Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын күмәкләп яҙайыҡ.Тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресына көтөп ҡалабыҙ.Комментарий итеп ҡалдырырға ла мөмкин.

– Беҙҙе V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы көтә.

Күләмле форумға «Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы» проектын өлгөртөргә кәрәк. Һуңынан Хөкүмәт тарафынан әҙерләнгән бөтөн дәүләт программалары уға нигеҙләнергә тейеш, – тип эксперттар советы ултырышының төп маҡсатын билдәләне Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты етәксеһе Данир Ғәйнуллин.

Белгестәр стратегияның нигеҙен тәшкил итергә тейешле төп элементтарҙы, уның маҡсаттарын, шулай уҡ төҙөлөш механизмын ҡараны.


– Стратегия өҫтөндә эшләүгә эксперттарҙы ғына түгел, документтарҙы күмәкләп эшләргә мөмкинлек биргән заманса технологияларҙы файҙаланып, бөтөн халыҡты йәлеп итергә кәрәк. Киң йәмәғәтселектән йыйылған тәҡдимдәр нигеҙендә генә белгестәр документтың финал проектын әҙерләйәсәк. Үҙенең киләсәген халыҡ үҙе билдәләргә тейеш! – тип билдәләнеләр ултырышта.

Яҡынса алғанда, берәй 20-30 йылдан башҡорттарҙың тормошо ҡайһы яҡҡа үҙгәрер? Демографик процесс ниндәй буласаҡ, башҡорт телен белеүселәр һаны? Быуаттар үткәс тә башҡорт милләте булараҡ һаҡланып ҡалыу өсөн бөгөн нимә эшләргә?


Хөрмәтле йәмәғәт!

Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын күмәкләп яҙайыҡ.

Тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресына ебәрегеҙ.
Читайте нас в