-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
29 Ғинуар 2019, 16:31

Туғандарым!

Донъяла тиңе булмаған “Урал батыр” эпосын ижад иткән халыҡ балалары беҙ! Самрау, Ҡояш, Ай балалары икәнлегебеҙҙе һәр ваҡыт иҫтә тотайыҡ, халҡыбыҙ ғүмере лә улар ғүмере хәтлем булырға тейеш! Һәр өйҙә рух сығанағы ҡурайыбыҙ булһын, моңобоҙ яңғырап торһон, китап кәштәләрендә башҡорт китаптары, өҫтәлебеҙҙә башҡорт баҫмалары тулып ятһын. Былар – үҙебеҙ хәл итерлек мәсьәләләр. Ҡурайлы илебеҙҙә – моң һаҡлайыҡ, Ураллы илебеҙҙә – ер һаҡлайыҡ! Йәшәйек! Ысын йәшәйек. Ҡайһы бер халыҡтар милләтте әсәйгә ҡарап билдәләй, ҡайһылары – атай милләтенән, ә беҙ, шәжәрәле халыҡ, милләтебеҙҙе ейәндәребеҙгә ҡарап билдәләйек. Ейәнең ниндәй телдә һөйләшә, ниндәй халыҡ рухында тәрбиәләнә – шәжәрә шуның менән дауам ителә йәки һуңғы нөктә ҡуйыла. Атай-олатайҙарыбыҙ шәжәрәне юҡҡа ғына ағас рәүешендә төҙөмәгән һәм шәжәрә йәғни нәҫел ағасы тип атамаған. Беҙ бит ағас төрөн тамырын ҡаҙып ҡарап та, олонон һыйпап та түгел, ә япраҡтарына ҡарап билдәләйбеҙ Тимәк, тамырҙың дауамы – япраҡтар билдәләй ағас төрөн. Ысын йәшәү – ул үҙең булып ҡалыуҙа. Халҡыбыҙға Ҡояш ғүмере теләйек! Туған моң, туған өн аша, күңелдәргә күңел тоташа.М. БУРАҠАЕВА.

Донъяла тиңе булмаған “Урал батыр” эпосын ижад иткән халыҡ балалары беҙ! Самрау, Ҡояш, Ай балалары икәнлегебеҙҙе һәр ваҡыт иҫтә тотайыҡ, халҡыбыҙ ғүмере лә улар ғүмере хәтлем булырға тейеш! Һәр өйҙә рух сығанағы ҡурайыбыҙ булһын, моңобоҙ яңғырап торһон, китап кәштәләрендә башҡорт китаптары, өҫтәлебеҙҙә башҡорт баҫмалары тулып ятһын. Былар – үҙебеҙ хәл итерлек мәсьәләләр. Ҡурайлы илебеҙҙә – моң һаҡлайыҡ, Ураллы илебеҙҙә – ер һаҡлайыҡ! Йәшәйек! Ысын йәшәйек. Ҡайһы бер халыҡтар милләтте әсәйгә ҡарап билдәләй, ҡайһылары – атай милләтенән, ә беҙ, шәжәрәле халыҡ, милләтебеҙҙе ейәндәребеҙгә ҡарап билдәләйек. Ейәнең ниндәй телдә һөйләшә, ниндәй халыҡ рухында тәрбиәләнә – шәжәрә шуның менән дауам ителә йәки һуңғы нөктә ҡуйыла. Атай-олатайҙарыбыҙ шәжәрәне юҡҡа ғына ағас рәүешендә төҙөмәгән һәм шәжәрә йәғни нәҫел ағасы тип атамаған. Беҙ бит ағас төрөн тамырын ҡаҙып ҡарап та, олонон һыйпап та түгел, ә япраҡтарына ҡарап билдәләйбеҙ Тимәк, тамырҙың дауамы – япраҡтар билдәләй ағас төрөн. Ысын йәшәү – ул үҙең булып ҡалыуҙа. Халҡыбыҙға Ҡояш ғүмере теләйек! Туған моң, туған өн аша, күңелдәргә күңел тоташа.

М. БУРАҠАЕВА.
Читайте нас: