“Һаумы, ҡыш!” рәсемдәр конкурсының “Яңы йыл” номинацияһында еңеүселәрҙе атауы ауыр булды. Улар бихисап ине. Балалар яратҡан байрамдарын һүрәтләргә тырышты. Бында Сәйфуллина Аринаның һәм Левина Еваның (Боландар Ҡыш бабайҙы алып килә) рәсеме беренсе урынға сыҡты. Был номинацияла призерҙар Таня Пирогова менән Резеда Хәлитова- икенсе, Илнур Әҙеһәмов менән Тимур Хамматов 3 урын яуланы.