+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
30 Ғинуар 2019, 15:48

30 ғинуарға район яңылыҡтары

Ленинград халҡының батырлығын күңелдә һаҡларбыҙУҙған аҙнала райондың бөтә мәктәптәрендә лә Ленинградтың фашистар ҡамауынан азат ителеү көнө айҡанлы батырлыҡ дәрестәре үтте. Уҡытыусылар уҡыусыларға был хаҡта һөйләне, презентациялар күрһәтелде.Батыр ауыл клубында мәҙәни тормош элеккесә ҡайнайБында төрлө саралар күп үткәрелә. Шулай, иртәгә йәштәргә хәрби- илһөйәрлек рухында тәрбиә биреү айлығы сиктәрендә өлкәндәр араһында шашка- шахмат турниры уҙасаҡ. Ә 1 февралдә мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Көйөргәҙе районы Зәк-Ишмәт ауылы мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр артистары сығыш яһаясаҡ.Беренсе синыфҡа рәхим итегеҙ1 февралдән район мәктәптәрендә балаларҙы 1 синыфҡа ҡабул итеү буйынса ғаризалар тапшырыу башлана. Беренсе синыфҡа сәләмәтлектәре буйынса ҡаршылыҡтар булмаған, ағымдағы йылдың сентябренә 6 йәш ярымлыҡ булған, әммә 8 йәштән олораҡ булмаған балалар ҡабул ителә.Боҙлауыҡ мәлендә хәүефһеҙлек саралары күреләБөгөн юлдарҙа боҙлауыҡ. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында юл төҙөү- ремонтлау идаралығы техникаһы райондың төп юлдарына ҡом һипте. Юлсылар тарафынан боролоштарға, үргә менеү һәм аҫҡа төшөү юлдарына айырыуса иғтибар бирелә.А. МАРАТОВА.

Ленинград халҡының батырлығын күңелдә һаҡларбыҙ

Уҙған аҙнала райондың бөтә мәктәптәрендә лә Ленинградтың фашистар ҡамауынан азат ителеү көнө айҡанлы батырлыҡ дәрестәре үтте. Уҡытыусылар уҡыусыларға был хаҡта һөйләне, презентациялар күрһәтелде.


Батыр ауыл клубында мәҙәни тормош элеккесә ҡайнай

Бында төрлө саралар күп үткәрелә. Шулай, иртәгә йәштәргә хәрби- илһөйәрлек рухында тәрбиә биреү айлығы сиктәрендә өлкәндәр араһында шашка- шахмат турниры уҙасаҡ. Ә 1 февралдә мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Көйөргәҙе районы Зәк-Ишмәт ауылы мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр артистары сығыш яһаясаҡ.


Беренсе синыфҡа рәхим итегеҙ

1 февралдән район мәктәптәрендә балаларҙы 1 синыфҡа ҡабул итеү буйынса ғаризалар тапшырыу башлана. Беренсе синыфҡа сәләмәтлектәре буйынса ҡаршылыҡтар булмаған, ағымдағы йылдың сентябренә 6 йәш ярымлыҡ булған, әммә 8 йәштән олораҡ булмаған балалар ҡабул ителә.


Боҙлауыҡ мәлендә хәүефһеҙлек саралары күрелә

Бөгөн юлдарҙа боҙлауыҡ. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында юл төҙөү- ремонтлау идаралығы техникаһы райондың төп юлдарына ҡом һипте. Юлсылар тарафынан боролоштарға, үргә менеү һәм аҫҡа төшөү юлдарына айырыуса иғтибар бирелә.

А. МАРАТОВА.
Читайте нас: