+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
1 Февраль 2019, 15:19

1 февралгә район яңылыҡтары

Бөгөн Фёдоровка 2-се мәктәбен тамамлаусы уҡыусылар мәктәп дәрестәре һәм күңелле тәнәфестәр тураһында һөйләшәсәк.Улар өсөн осрашыу кисәһе ойоштороласаҡ. Мәктәптәрендә улар элекке синыфташтары һәм уҡытыусылары менән күрешәсәк. Өлкән синыф уҡыусылары уларға сағыу концерт әҙерләй. Башлана 18.30 сәғәттә.Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.Алаштандар ваҡыттарын файҙалы үткәрәШахмат уйынын яратыусылар өсөн клубта “Аҡ ладья” түңәрәге асылды. Дуҫтар менән килергә лә була.Квалификация күтәреү курстарында булып ҡайтҡандарРайоныбыҙҙың ауыл хужалығы тармағы белгестәре Осипов Евгений (Фёдоровка мәғлүмәти-консультация үҙәгенең инженер-консультанты) менән Хәбибуллин Әнәс (“Линар” йәмғиәте агрономы) ғинуар аҙағында Өфөлә йыл да үткәрелгән “1000 агроном” квалификация күтәреү курстарында булып ҡайтҡан.Сара БДАУ базаһында үткән. “Үҫемлекселекте тотороҡло үҫтереү өсөн яңы технологиялар” программаһы сиктәрендә улар юғары килемле культуралар эшкәртеү буйынса теоретик белемгә эйә булды. Республика аграрийҙары алдында Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Ырымбурҙан, Краснодарҙан, Һамарҙан, Пензанан, Түбәнге Новгородтан, Кирово-Чепецктан һәм Беларусия Республикаһынан үҫемлекселекте үҫтереү тармағы ғалимдары һәм белгес-практиктар сығыш яһаны.Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.Айына 25-30 счетчик“ГИП-Электро” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре Фёдоровка ауылында ҡышҡы осороҙа айына 25-30 электр иҫәпләү приборы ҡуя. Йәйен- икеләтә күберәк. Бынан тыш, улар объекттарҙы электр менән тәьмин итә, электр сымдарын алмаштыра, урамдарға яҡтыртыу лампалары ҡуя, линияларҙы ремонтлай һ.б.Һәйкәлде ҡарҙан таҙарттыларКисә Фёдоровка 2-се мәктәбененең 8а синыфы уҡыусылары изгелек ҡылды. Синыф етәкселәре О.А. Шкребель менән бергә дәрестәрҙән һуң яугир-интернациналистарға арналағн һәйкәлде һәм уның эргәһендәге территорияны ҡарҙан таҙартты. Малайҙар тырышып эшләне, изгелек ҡылыуҙарына ҡыуанды.З. НАСИРОВА.

Бөгөн Фёдоровка 2-се мәктәбен тамамлаусы уҡыусылар мәктәп дәрестәре һәм күңелле тәнәфестәр тураһында һөйләшәсәк.

Улар өсөн осрашыу кисәһе ойоштороласаҡ. Мәктәптәрендә улар элекке синыфташтары һәм уҡытыусылары менән күрешәсәк. Өлкән синыф уҡыусылары уларға сағыу концерт әҙерләй. Башлана 18.30 сәғәттә.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.


Алаштандар ваҡыттарын файҙалы үткәрә

Шахмат уйынын яратыусылар өсөн клубта “Аҡ ладья” түңәрәге асылды. Дуҫтар менән килергә лә була.


Квалификация күтәреү курстарында булып ҡайтҡандар

Районыбыҙҙың ауыл хужалығы тармағы белгестәре Осипов Евгений (Фёдоровка мәғлүмәти-консультация үҙәгенең инженер-консультанты) менән Хәбибуллин Әнәс (“Линар” йәмғиәте агрономы) ғинуар аҙағында Өфөлә йыл да үткәрелгән “1000 агроном” квалификация күтәреү курстарында булып ҡайтҡан.

Сара БДАУ базаһында үткән. “Үҫемлекселекте тотороҡло үҫтереү өсөн яңы технологиялар” программаһы сиктәрендә улар юғары килемле культуралар эшкәртеү буйынса теоретик белемгә эйә булды. Республика аграрийҙары алдында Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Ырымбурҙан, Краснодарҙан, Һамарҙан, Пензанан, Түбәнге Новгородтан, Кирово-Чепецктан һәм Беларусия Республикаһынан үҫемлекселекте үҫтереү тармағы ғалимдары һәм белгес-практиктар сығыш яһаны.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.


Айына 25-30 счетчик

“ГИП-Электро” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре Фёдоровка ауылында ҡышҡы осороҙа айына 25-30 электр иҫәпләү приборы ҡуя. Йәйен- икеләтә күберәк. Бынан тыш, улар объекттарҙы электр менән тәьмин итә, электр сымдарын алмаштыра, урамдарға яҡтыртыу лампалары ҡуя, линияларҙы ремонтлай һ.б.


Һәйкәлде ҡарҙан таҙарттылар
Кисә Фёдоровка 2-се мәктәбененең 8а синыфы уҡыусылары изгелек ҡылды. Синыф етәкселәре О.А. Шкребель менән бергә дәрестәрҙән һуң яугир-интернациналистарға арналағн һәйкәлде һәм уның эргәһендәге территорияны ҡарҙан таҙартты. Малайҙар тырышып эшләне, изгелек ҡылыуҙарына ҡыуанды.

З. НАСИРОВА.



Читайте нас: