+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
7 Февраль 2019, 10:30

Һуңғы яңылыҡтар

Дүшәмбе район хакимиәтендә ауыл биләмәләре араһында иғлан ителгән «Иң яҡшы Яңы йыл майҙансығы” конкурсында еңеүселәрҙе ҡотлау булды Конкурс шарттары буйынса ауыл биләмәһе территорияһында шыуғалаҡ, тау, биҙәлгән шыршылар һ.б. булырға тейеш ине. Конкурста ҡатнашыуға заявканы иң әүҙемдәр- Покровка, Бала Сытырман, Михайловка, Үрге Яуыш, Гончаровка, Ҡораласыҡ, Разин ауыл биләмәләре бирҙе. Беренсе урында- Михайловка, икенсе- Бала Сытырман, өсөнсө урында Покровка ауыл биләмәләре. Улар район хакимиәтенең грамоталары һәм аҡсалата приздары менән бүләкләнде. Автобус көткәндә уҡыҮҙәк район китапханаһы автовокзалда китаптар шкафы ҡуйған. Үҙәк район китапханаһы пассажирҙарҙы, район халҡын һәм ҡунаҡтарын “Буккроссинг” хәрәкәтендә ҡатнашырға саҡыра. Улар күңелдәренә оҡшаған китапты һайлай һәм уҡый, шәхси китаханаһындағы китаптар менән уртаҡлаша ала.“Ғаилә” үҙәге бөгөн “Ғаилә консультациялары көнө”н үткәрә “Ғаилә” Көньяҡ үҙәгенең Фёдоровка райнындағы бүлексәһе һәр айҙың шаршамбыһында “Ғаилә консультациялары көнө”н үткәрә. Кисә күп балалы ғаиләләр өсөн “18 йәшкә тиклемге 8 һәм унан күберәк бала булған күп балалы ғаиләләргә бер тапҡыр аҡсалата түләүҙәр һәм 600 мең һум күләмендә социаль ярҙам биреү тәртибе тураһында” темаһы буйынса консультация ойошторҙо.Мәктәп дуҫтарының осрашыуыбыл йома Фёдоровка 1-се мәктәбендә уҙасаҡ. Мәғариф учреждениеһы коллективы 2014, 2009, 2004, 1999, 1994 һәм башҡа йылдарҙа мәктәпте тамамлаусыларҙы көтөп ҡала.Бизнесты киңәйтеү уның көнәркәшлеккә һәләтлелеген арттыраБыйыл Юрматы ауылынан ШЭ Шахморатовтың билмән цехы призводствоһын киңәйтергә планлаштыра. Ойошма коллективы картуф билмәне, киләсәктә тоҙло кәбеҫтә, еләк билмәндәре эшләргә ниәтләй.Рәсемдәрҙә тыуған яҡҡа булған һөйөүегеҙҙе һүрәтләгеҙФёдоровка балалар китапханаһы йәш китап уҡыусылар араһында республиканың 100 йылылығына бағышланған “Башҡортостан-Урал ынйыһы” темаһына рәсемдәр конкурсы иғлан итә. Иң яҡшы рәсем төшөрөүселәрҙе приздар көтә.

Дүшәмбе район хакимиәтендә ауыл биләмәләре араһында иғлан ителгән «Иң яҡшы Яңы йыл майҙансығы” конкурсында еңеүселәрҙе ҡотлау булды

Конкурс шарттары буйынса ауыл биләмәһе территорияһында шыуғалаҡ, тау, биҙәлгән шыршылар һ.б. булырға тейеш ине. Конкурста ҡатнашыуға заявканы иң әүҙемдәр- Покровка, Бала Сытырман, Михайловка, Үрге Яуыш, Гончаровка, Ҡораласыҡ, Разин ауыл биләмәләре бирҙе. Беренсе урында- Михайловка, икенсе- Бала Сытырман, өсөнсө урында Покровка ауыл биләмәләре. Улар район хакимиәтенең грамоталары һәм аҡсалата приздары менән бүләкләнде.


Автобус көткәндә уҡы

Үҙәк район китапханаһы автовокзалда китаптар шкафы ҡуйған. Үҙәк район китапханаһы пассажирҙарҙы, район халҡын һәм ҡунаҡтарын “Буккроссинг” хәрәкәтендә ҡатнашырға саҡыра. Улар күңелдәренә оҡшаған китапты һайлай һәм уҡый, шәхси китаханаһындағы китаптар менән уртаҡлаша ала.


“Ғаилә” үҙәге бөгөн “Ғаилә консультациялары көнө”н үткәрә

“Ғаилә” Көньяҡ үҙәгенең Фёдоровка райнындағы бүлексәһе һәр айҙың шаршамбыһында “Ғаилә консультациялары көнө”н үткәрә. Кисә күп балалы ғаиләләр өсөн “18 йәшкә тиклемге 8 һәм унан күберәк бала булған күп балалы ғаиләләргә бер тапҡыр аҡсалата түләүҙәр һәм 600 мең һум күләмендә социаль ярҙам биреү тәртибе тураһында” темаһы буйынса консультация ойошторҙо.


Мәктәп дуҫтарының осрашыуы

был йома Фёдоровка 1-се мәктәбендә уҙасаҡ. Мәғариф учреждениеһы коллективы 2014, 2009, 2004, 1999, 1994 һәм башҡа йылдарҙа мәктәпте тамамлаусыларҙы көтөп ҡала.


Бизнесты киңәйтеү уның көнәркәшлеккә һәләтлелеген арттыра

Быйыл Юрматы ауылынан ШЭ Шахморатовтың билмән цехы призводствоһын киңәйтергә планлаштыра. Ойошма коллективы картуф билмәне, киләсәктә тоҙло кәбеҫтә, еләк билмәндәре эшләргә ниәтләй.


Рәсемдәрҙә тыуған яҡҡа булған һөйөүегеҙҙе һүрәтләгеҙ

Фёдоровка балалар китапханаһы йәш китап уҡыусылар араһында республиканың 100 йылылығына бағышланған “Башҡортостан-Урал ынйыһы” темаһына рәсемдәр конкурсы иғлан итә. Иң яҡшы рәсем төшөрөүселәрҙе приздар көтә.
Читайте нас: