+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
8 Февраль 2019, 13:25

8 февралгә район хәбәрҙәре

Бөгөн- Рәсәй фәндәре көнөҒилми хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри байрамы быйыл 20-се тапҡыр билдәләнә. Тантанала профессорҙар, академиктар, тикшереүселәр, уҡытыусылар, аспиранттар, фән канидаттары һәм докторҙары, Мәғариф һәм фән чиновниктары ҡатнаша.Районыбыҙ талантлы кешеләргә бай. Билдәле ғалим, тупраҡ фәнен өйрәнеүсе Антипов-Каратаев Иван Николаевич Тәнәй ауылында тыуған. Илебеҙҙән беренселәрҙән булып ул 1934 йылда ауыл хужалығы фәндәре докторы званиеһына лайыҡ булған. Вдовыкин Геннадий Петрович Веровка ауылында тыуған. Рәсәй Экология Академияһы академигы, геология-минералогия фәндәре докторы, В.И. Вернадский исемендәге премия лауреаты. 2003 йыл йомғаҡтары буйынса Англияла Кембридж Халыҡ-ара биография үҙәге уға “Халыҡ-ара ғалим-2003” званиеһын һәм “Халыҡ-ара почет миҙалы”н тапшырған. Бынан тыш, ул “ХХI быуаттың билдәле 2000 интеллектуалы”, “Быуат ғалимы”, “Тере легендалар-2004” званиелары номинанты.Халыҡтарҙың күпселеге сүп-сарҙың ваҡытында сығарылмауына ялыу итә“Эко-Сити” төбәк операторы мәғлүмәт секретары О. Арамелева хәбәр итеүенсә, ҡаты коммуналь көнкүреш ҡалдыҡтарының контейнерҙарҙа йыйылыуы йәиһә башҡа штаттан тыш хәлдәр тураһында кешеләр 8 (800) 700-49-00 телефоны буйынса шылтырата ала. Сүп-сар сығарыу буйынса транспорт кампанияһы бурыстарын башҡармаған өсөн яуап тотасаҡ һәм хәлде төҙәтеү тураһында отчет бирәсәк.Улар нисек ҡышлай?Район игенселәренә ошо көндәрҙә баҫыуҙарҙан ужым культуралары монолитын анализға алырға тура киләсәк. Был ужымдарҙың нисек ҡышлауын белеү, яҙғылыҡҡа агротехник саралар комплексын көйләү өсөн эшләнә.“Кино” төркөмө репертуарынанФёдоровка мәктәптәре уҡыусылары Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Павильон” төркөмө концертында булды. Улар өсөн “Кино” төркөмөнөң иң яҡшы йырҙары башҡарылды.Һаҡ булығыҙ- берәҙәк эт!Берәҙәк эттәр мәсьәләһе ҡышын айырыуса көнүҙәккә әйләнә. Кешенең дуҫы йәйен урам буйлап яңғыҙ йөрөй, һалҡындар башланыу менән көтөүгә өйөрләшә. Был хәүефле. Кешеләрҙең яуаплылығы берәҙәк эттәрҙең һанын арттырмау, бәләне булдырмау мөмкинлегн бирә. Райондың ветеринария хеҙмәте 15 февралгә тиклем стерилләштереү һәм бестереү буйынса акция үткәрә. Ике инә йәиһә ата этте берәү хаҡына стерилләштереп була. Һуңламағыҙ, мөрәжәғәт итегеҙ...Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.Дүрт ауыл артистары бер сәхнәлә21 февралдә Өсбүләк ауыл клубында Театр йылы айҡанлы фестиваль уҙасаҡ. Был көндә Дедово, Ҡоро Иҙәк, Покровка, Өсбүләк ауылдарының һәүәҫкәр артистары бер сәхнәлә сығыш яһаясаҡ.Тышта ҡар яуа...Бөгөн Фёдоровка урамдарының юл ситтәрендә бейек ҡар өйөмдәре барлыҡҡа килде.Туҡай шиғырҙары төрлө телдәрҙәФевралдә “Туҡай моңдары” шиғыр уҡыусылар район смотр-конкурсы уҙасаҡ. Унда район мәктәптәре уҡыусылары ҡатнаша. Конкурсанттар шиғырҙарҙы рус, башҡорт, инглиз телдәрендә уҡып ишеттерәсәк.Килешеү буйынса эшләйҙәрБалыҡлы ауылынан Абдулла Мөрсәлимов үҙ тракторында юлдарҙы таҙарта. Әтәс ауылында был эштәрҙе Илдус Ғәйнуллин башҡара. Икеһе лә Балыҡлы ауыл советы менән килешеү буйынса эшләйҙәр.З. НАСИРОВА.

Бөгөн- Рәсәй фәндәре көнө

Ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри байрамы быйыл 20-се тапҡыр билдәләнә. Тантанала профессорҙар, академиктар, тикшереүселәр, уҡытыусылар, аспиранттар, фән канидаттары һәм докторҙары, Мәғариф һәм фән чиновниктары ҡатнаша.

Районыбыҙ талантлы кешеләргә бай. Билдәле ғалим, тупраҡ фәнен өйрәнеүсе Антипов-Каратаев Иван Николаевич Тәнәй ауылында тыуған. Илебеҙҙән беренселәрҙән булып ул 1934 йылда ауыл хужалығы фәндәре докторы званиеһына лайыҡ булған. Вдовыкин Геннадий Петрович Веровка ауылында тыуған. Рәсәй Экология Академияһы академигы, геология-минералогия фәндәре докторы, В.И. Вернадский исемендәге премия лауреаты. 2003 йыл йомғаҡтары буйынса Англияла Кембридж Халыҡ-ара биография үҙәге уға “Халыҡ-ара ғалим-2003” званиеһын һәм “Халыҡ-ара почет миҙалы”н тапшырған. Бынан тыш, ул “ХХI быуаттың билдәле 2000 интеллектуалы”, “Быуат ғалимы”, “Тере легендалар-2004” званиелары номинанты.


Халыҡтарҙың күпселеге сүп-сарҙың ваҡытында сығарылмауына ялыу итә

“Эко-Сити” төбәк операторы мәғлүмәт секретары О. Арамелева хәбәр итеүенсә, ҡаты коммуналь көнкүреш ҡалдыҡтарының контейнерҙарҙа йыйылыуы йәиһә башҡа штаттан тыш хәлдәр тураһында кешеләр 8 (800) 700-49-00 телефоны буйынса шылтырата ала. Сүп-сар сығарыу буйынса транспорт кампанияһы бурыстарын башҡармаған өсөн яуап тотасаҡ һәм хәлде төҙәтеү тураһында отчет бирәсәк.


Улар нисек ҡышлай?

Район игенселәренә ошо көндәрҙә баҫыуҙарҙан ужым культуралары монолитын анализға алырға тура киләсәк. Был ужымдарҙың нисек ҡышлауын белеү, яҙғылыҡҡа агротехник саралар комплексын көйләү өсөн эшләнә.


“Кино” төркөмө репертуарынан

Фёдоровка мәктәптәре уҡыусылары Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Павильон” төркөмө концертында булды. Улар өсөн “Кино” төркөмөнөң иң яҡшы йырҙары башҡарылды.

Һаҡ булығыҙ- берәҙәк эт!

Берәҙәк эттәр мәсьәләһе ҡышын айырыуса көнүҙәккә әйләнә. Кешенең дуҫы йәйен урам буйлап яңғыҙ йөрөй, һалҡындар башланыу менән көтөүгә өйөрләшә. Был хәүефле. Кешеләрҙең яуаплылығы берәҙәк эттәрҙең һанын арттырмау, бәләне булдырмау мөмкинлегн бирә. Райондың ветеринария хеҙмәте 15 февралгә тиклем стерилләштереү һәм бестереү буйынса акция үткәрә. Ике инә йәиһә ата этте берәү хаҡына стерилләштереп була. Һуңламағыҙ, мөрәжәғәт итегеҙ...

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.


Дүрт ауыл артистары бер сәхнәлә

21 февралдә Өсбүләк ауыл клубында Театр йылы айҡанлы фестиваль уҙасаҡ. Был көндә Дедово, Ҡоро Иҙәк, Покровка, Өсбүләк ауылдарының һәүәҫкәр артистары бер сәхнәлә сығыш яһаясаҡ.


Тышта ҡар яуа...

Бөгөн Фёдоровка урамдарының юл ситтәрендә бейек ҡар өйөмдәре барлыҡҡа килде.


Туҡай шиғырҙары төрлө телдәрҙә

Февралдә “Туҡай моңдары” шиғыр уҡыусылар район смотр-конкурсы уҙасаҡ. Унда район мәктәптәре уҡыусылары ҡатнаша. Конкурсанттар шиғырҙарҙы рус, башҡорт, инглиз телдәрендә уҡып ишеттерәсәк.


Килешеү буйынса эшләйҙәр

Балыҡлы ауылынан Абдулла Мөрсәлимов үҙ тракторында юлдарҙы таҙарта. Әтәс ауылында был эштәрҙе Илдус Ғәйнуллин башҡара. Икеһе лә Балыҡлы ауыл советы менән килешеү буйынса эшләйҙәр.

З. НАСИРОВА.


Читайте нас: