+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
8 Февраль 2019, 15:17

Башҡорт халҡының тарихын үҙгәртеп яҙырға ярамай!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы Башҡорт халҡы тарихы мәсьәләләре буйынса комиссияһы ултырышы үтте. Унда “Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүе һәм нығыныуы: 100 шәхес” проектын дауам итеү, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы республиканың 100 йыллығы уңайынан март айында үтәсәк халыҡ-ара ғилми форумда әүҙем ҡатнашыу тураһында һүҙ барҙы.Арҙаҡлы 100 шәхестең исемен мәңгеләштереүгә арналған проекттың авторы Азат Ярмуллин был эшкә айырым райондарҙың һүлпән ҡарауын билдәләне.IMG_7568Тарихсылар әйтеүенсә, ырыуҙар хәрәкәтен дә туҡтатырға ярамай. Апрелдә Ҡоролтай Борай район үҙәгендә Елдәк ырыуы йыйынын планлаштырғайны, уны мотлаҡ үткәрергә кәрәк.Свердловск өлкәһенең Красноуфимск ҡоролтайы башҡорттар тарихына, атап әйткәндә, 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы һәм Салауат Юлаевҡа бәйле тарихты өйрәнеүгә уҡыусыларҙы йәлеп итәсәк оло сараға әҙерләнә. 19 февралдә күрше өлкәлә төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үтә. Комиссия етәксеһе Нурислам Ҡалмантаев был сараны иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа, делегация ебәрергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.“Башҡорт ырыуҙары тарихы” китаптары менән ауыл-ҡалаларға сыҡҡан Салауат Хәмиҙуллин тарихсылар командаһын арттырыу, республиканың һәр ауылына барып етер өсөн командаға йәштәрҙе ылыҡтырыу кәрәклеген билдәләне. Урындарҙа Йәштәр ҡоролтайҙары булһа, ойошҡан рәүештә эш алып барыуы күпкә еңел булыр ине, тигән фекер яңғыраны.IMG_7605Комиссия ағзалары Юлай Ғәлиуллиндың “Мәргән уҡсы” проектын төньяҡ-көнбайыш райондарға йәйелдерергә кәрәклеген, быны милләтте берләштереүҙең бер юлы булыуын да билдәләне.Хәл итәһе тағы бер мәсьәлә – тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе Ҡоролтай янында туплау. “Әлегә крайҙы өйрәнеүселәр үҙ белдеге менән эшләй. Тарихи яҡтан нигеҙләнмәгән хеҙмәттәре бихисап. Республика тарихын боҙоп күрһәтергә, күршеләрҙең тирмәненә һыу ҡойорға ярамай”, – тине Салауат Ишмөхәмәт улы.Ултырышта билдәләнеүенсә, ауылдар тарихын китап итеп баҫтыралар икән, нәшер итер алдынан бөтөн эштәр ҙә рецензия алырға тейеш.Башҡорт халҡының тарихына ҡул һуҙырға, уны үҙгәртеп яҙырға ярамай!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы Башҡорт халҡы тарихы мәсьәләләре буйынса комиссияһы ултырышы үтте. Унда “Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүе һәм нығыныуы: 100 шәхес” проектын дауам итеү, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы республиканың 100 йыллығы уңайынан март айында үтәсәк халыҡ-ара ғилми форумда әүҙем ҡатнашыу тураһында һүҙ барҙы.
Арҙаҡлы 100 шәхестең исемен мәңгеләштереүгә арналған проекттың авторы Азат Ярмуллин был эшкә айырым райондарҙың һүлпән ҡарауын билдәләне.
IMG_7568Тарихсылар әйтеүенсә, ырыуҙар хәрәкәтен дә туҡтатырға ярамай. Апрелдә Ҡоролтай Борай район үҙәгендә Елдәк ырыуы йыйынын планлаштырғайны, уны мотлаҡ үткәрергә кәрәк.
Свердловск өлкәһенең Красноуфимск ҡоролтайы башҡорттар тарихына, атап әйткәндә, 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы һәм Салауат Юлаевҡа бәйле тарихты өйрәнеүгә уҡыусыларҙы йәлеп итәсәк оло сараға әҙерләнә. 19 февралдә күрше өлкәлә төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үтә. Комиссия етәксеһе Нурислам Ҡалмантаев был сараны иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа, делегация ебәрергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
“Башҡорт ырыуҙары тарихы” китаптары менән ауыл-ҡалаларға сыҡҡан Салауат Хәмиҙуллин тарихсылар командаһын арттырыу, республиканың һәр ауылына барып етер өсөн командаға йәштәрҙе ылыҡтырыу кәрәклеген билдәләне. Урындарҙа Йәштәр ҡоролтайҙары булһа, ойошҡан рәүештә эш алып барыуы күпкә еңел булыр ине, тигән фекер яңғыраны.
IMG_7605Комиссия ағзалары Юлай Ғәлиуллиндың “Мәргән уҡсы” проектын төньяҡ-көнбайыш райондарға йәйелдерергә кәрәклеген, быны милләтте берләштереүҙең бер юлы булыуын да билдәләне.
Хәл итәһе тағы бер мәсьәлә – тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе Ҡоролтай янында туплау. “Әлегә крайҙы өйрәнеүселәр үҙ белдеге менән эшләй. Тарихи яҡтан нигеҙләнмәгән хеҙмәттәре бихисап. Республика тарихын боҙоп күрһәтергә, күршеләрҙең тирмәненә һыу ҡойорға ярамай”, – тине Салауат Ишмөхәмәт улы.
Ултырышта билдәләнеүенсә, ауылдар тарихын китап итеп баҫтыралар икән, нәшер итер алдынан бөтөн эштәр ҙә рецензия алырға тейеш.
Башҡорт халҡының тарихына ҡул һуҙырға, уны үҙгәртеп яҙырға ярамай!
Читайте нас: