Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында” Законын ҡабул итте. Ул ҡороп ауған ағастарҙы, ҡамышты ағас ресурстарына индермәй. Ерҙә ятҡан ҡоро ботаҡ, ағастарҙы хәҙер йыл буйына йыйырға мөмкин. Иҫкәрмә – махсус янғынға ҡаршы осорҙа урманға инеү тыйыла.