+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
14 Февраль 2019, 11:38

14 февралгә район яңылыҡтары

Юрматыла “Лыжня России-2019” бөтә Рәсәй саңғы ярышы уҙҙы Унда ауыл мәктәбе уҡыусылары һәм өлкән быуын да ҡатнашты. 4-7 синыф уҡыусылары араһында шәхси ярыштарҙа бишенсе синыф уҡыусылары Айгизә Сәғитова менән Азат Әбдрәшитов- беренсе, Дарья Писаревская (4 синыф) һәм Илһам Мәҡсүтов (5 синыф)- икенсе, алтынсы синыф уҡыусылары Регина Мостафина менән Данил Зөбәйеров өсөнсө урын яуланы. 8-11 синыф уҡыусылары араһында Миләүшә Әбдрәшитова (8 синыф) һәм Дмитрий Писаревский (9 синыф) финишка беренселәрҙән булып килде, икенсе урында – Руфина Хәйруллина (8 синыф) һәм Раян Хәмитов (9 синыф), өсөнсө урынға һигеҙенсе синыф уҡыусылары Әзизә Хәлитова менән Артур Насиров сыҡты. Өлкән йәштәгеләр араһында мәктәп ҡаҙанлығы операторы Рәүеф Ҡолошев еңеүсе булды.Еңеүселәр грамоталар, миҙалдар менән бүләкләнде.Р. МОСТАФИНА, ауыл китапханасыһы.Йәмәғәтселек советының яңы пландары һәм бурыстарыБөгөн район хакимиәте ҡарамағындағы Йәмәғәтселек советының ултырышы була. Көн тәртибендә- советтың 2019 йылға эш планын раҫлау. Шулай уҡ мәҙәниәт, мәғариф тармағында хеҙмәттәр сифатын бойондороҡһоҙ баһалау буйынса ЙС составын булдырыу.Көн дә байрамБала Сытырман ауылы күп функциялы үҙәгендә халыҡ һәр саҡ күп. Бында йә репетициялар, йә акциялар, йә мәҙәни саралар даими үткәрелеп тора. Ауыл клубы артистарынан тыш, баласытрмандарҙы башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ла ҡыуандырып тора. Был аҙнала- Илнур Юламановтың , март башында Зилә менән Хәсән Усмановтарҙың концерттары буласаҡ. Шунан район ойошмалары һәм предприятиелары, ауыл биләмәләре араһында республиканың 100 йыллығына һәм Театр йылына арналған үҙешмәкәр сәнғәт фестиваль-марафоны уҙасаҡ. Күп функциялы үҙәк сәхнәһендә Бала Сытырман, Яңы Яуыш, Оло Сытырман, Яңы Софиевка, Златоуст һәм Гавриловка ауылдарының һәүәҫкәр артистары сығыш яһаясаҡ. Йәш спортсылар көс һынаштыРайондың 10 мәктәбенән йәш спортсылар Фёдоровка физкультура-һауыҡтырыу комплексында уҙған район һайлап алыу ярыштарында ҡатнашты. 2-4 синыф уҡыусылары тиҙлектә, мәргәнлектә көс һынашты. Бала Сытырман, Юрматы, Гончаровка мәктәптәре командалары еңеүсе булды.А. МАРАТОВА.

Юрматыла “Лыжня России-2019” бөтә Рәсәй саңғы ярышы уҙҙы

Унда ауыл мәктәбе уҡыусылары һәм өлкән быуын да ҡатнашты. 4-7 синыф уҡыусылары араһында шәхси ярыштарҙа бишенсе синыф уҡыусылары Айгизә Сәғитова менән Азат Әбдрәшитов- беренсе, Дарья Писаревская (4 синыф) һәм Илһам Мәҡсүтов (5 синыф)- икенсе, алтынсы синыф уҡыусылары Регина Мостафина менән Данил Зөбәйеров өсөнсө урын яуланы. 8-11 синыф уҡыусылары араһында Миләүшә Әбдрәшитова (8 синыф) һәм Дмитрий Писаревский (9 синыф) финишка беренселәрҙән булып килде, икенсе урында – Руфина Хәйруллина (8 синыф) һәм Раян Хәмитов (9 синыф), өсөнсө урынға һигеҙенсе синыф уҡыусылары Әзизә Хәлитова менән Артур Насиров сыҡты. Өлкән йәштәгеләр араһында мәктәп ҡаҙанлығы операторы Рәүеф Ҡолошев еңеүсе булды.

Еңеүселәр грамоталар, миҙалдар менән бүләкләнде.

Р. МОСТАФИНА,
ауыл китапханасыһы.

Йәмәғәтселек советының яңы пландары һәм бурыстары

Бөгөн район хакимиәте ҡарамағындағы Йәмәғәтселек советының ултырышы була. Көн тәртибендә- советтың 2019 йылға эш планын раҫлау. Шулай уҡ мәҙәниәт, мәғариф тармағында хеҙмәттәр сифатын бойондороҡһоҙ баһалау буйынса ЙС составын булдырыу.


Мәҙәниәт усағы буш тормай
Бала Сытырман ауылы күп функциялы үҙәгендә халыҡ һәр саҡ күп. Бында йә репетициялар, йә акциялар, йә мәҙәни саралар даими үткәрелеп тора. Ауыл клубы артистарынан тыш, баласытрмандарҙы башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ла ҡыуандырып тора. Был аҙнала- Илнур Юламановтың , март башында Зилә менән Хәсән Усмановтарҙың концерттары буласаҡ. Шунан район ойошмалары һәм предприятиелары, ауыл биләмәләре араһында республиканың 100 йыллығына һәм Театр йылына арналған үҙешмәкәр сәнғәт фестиваль-марафоны уҙасаҡ.ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Бала Сытырман, Яңы Яуыш, Оло Сытырман, Яңы Софиевка, Златоуст һәм Гавриловка ауылдарының һәүәҫкәр артистары сығыш яһаясаҡ.


Йәш спортсылар көс һынашты

Райондың 10 мәктәбенән йәш спортсылар Фёдоровка физкультура-һауыҡтырыу комплексында уҙған район һайлап алыу ярыштарында ҡатнашты. 2-4 синыф уҡыусылары тиҙлектә, мәргәнлектә көс һынашты. Бала Сытырман, Юрматы, Гончаровка мәктәптәре командалары еңеүсе булды.

А. МАРАТОВА.
Читайте нас: