Был байрамдың үҙебеҙсә аналогы булһа ла, бына инде күп йылдар рәттән ҡыҙҙар һәм егеттәр 14 февраль көндө бер-береһенә мөхәббәтен белдерә, ғәҙәти булмаған бүләктәр бирә, мөғжизә атмосфераһы булдыра.
Был көндө онотолмаҫлыҡ итеп нисек үткәрергә? Бына бернисә кәңәш.
1.Әгәр ҙә ғәҙәти киске аш менән генә сикләнгегеҙ килмәһә, икегеҙгә генә яҡын булған урындарға сәйәхәт ойоштороғоҙ. Тәүге осрашыуығыҙҙы, тәүге хистәрегеҙҙе иҫкә төшөрөгөҙ...
2.Был көндө яратҡан кешегеҙ менән love story стилендә фотосессия ойоштора алаһығыҙ. Күңелле үткәргән минуттар ғына түгел, иҫ киткес матур фотоларға ла эйә булырһығыҙ.
3.Хыялдағы бер көн. Икәү күптән хыялланған, әммә тормошҡа ашыра алмаған эштәр менән шөғөлләнергә мөмкин. Был кескәй йәки экстремаль сәйәхәт тә булырға мөмкин, бәлки көнөгөҙҙө, мәшәҡәттәрҙе иҫкә төшөрмәй генә өйөгөҙҙә үткәргегеҙ киләлер – бөтәһе лә һеҙҙең ҡулда!
4.Тағы ла бер вариант – ғашиҡтар кисәһе үткәреү. Дуҫтарығыҙ менән осрашырға, күтәренке кәйефегеҙ менән бүлешергә бик яҡшы мөмкинлек.
Был көндө нисек кенә билдәләһәгеҙ ҙә, бер-берегеҙгә булған мөхәббәт хистәрегеҙҙе белдерегеҙ. Икегеҙгә лә был йән аҙығы, йылы тойғолар бүләк итер.