+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
15 Февраль 2019, 12:55

“Афғанстан беҙҙең хәтеребеҙ”

“Афғанстан беҙҙең хәтеребеҙ” тип исемләнгән кисә үтте Әтәс ауылы мәктәбендә. Ул Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 30 йыллығына бағышланды.

“Афғанстан беҙҙең хәтеребеҙ” тип исемләнгән кисә үтте Әтәс ауылы мәктәбендә. Ул Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 30 йыллығына бағышланды. Сараға ҡунаҡтар – Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы Марс Тимерғәли улы Ханнанов, Федоровка районы хәрби хәрәкәттәр ветерандары йәмғиәте рәйесе Ринат Мәхмүт улы Ғибәҙуллин саҡырылғайны. Улар ҡайнар нөктәләрҙә хеҙмәт итеүҙәре тураһында һөйләне. Балалар үҙ сиратында уларҙы патриотик темаға концерт программаһы менән шатландырҙы, иҫтәлеккә үҙҙәре эшләгән открыткалар бүләк итте.

Татьяна Зәйнуллина.
Читайте нас: