+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
15 Февраль 2019, 16:10

Афғансылар менән осрашыу

Кисә Новоселка ауылы мәктәбендә Афғанстанда хеҙмәт иткәндәр менән осрашыу булды. Ул Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 30 йыллыҡ юбилейына бағышланды.

Кисә Новоселка ауылы мәктәбендә Афғанстанда хеҙмәт иткәндәр менән осрашыу булды. Ул Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 30 йыллыҡ юбилейына бағышланды. Осрашыуға ошо ҡайнар нөктәлә хеҙмәт иткән Н.И. Федоров, В.Н. Алексеев, И.В. Семенов килде. Был һуғышта һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алғас, ҡотлауҙар менән мәктәп директоры Н.Е. Федоров сығыш яһаны. Артабан сараны концерт номерҙары менән “Тус-таван” фольклор ансамбле һәм мәктәп уҡыусылары дауам итте. Концерттан һуң байрам ҡунаҡтары уҡыусыларға яҡшы уҡыуҙарын, Рәсәй ғәскәрҙәрендә һәйбәт хеҙмәт итеүҙәрен теләне. Сара сәй өҫтәле артында тамамланды.

Марина Шәймөхәмәтова.
Читайте нас: