+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
15 Февраль 2019, 14:30

Джиу-джитсу буйынса Рәсәй чемпионаты һәм беренселеге

7-10 февралдә Санкт-Петербург ҡалаһында юниорҙар һәм юниоркалар араһында джиу-джитсу буйынса Рәсәй чемпионаты һәм беренселеге булды. Унда илдең 39 төбәгенән командалар ҡатнашты.

7-10 февралдә Санкт-Петербург ҡалаһында юниорҙар һәм юниоркалар араһында джиу-джитсу буйынса Рәсәй чемпионаты һәм беренселеге булды. Унда илдең 39 төбәгенән командалар ҡатнашты.Спорт сараһы өс этаптан торҙо. Тәүге көндө – 8 февралдә Рәсәй чемпионаты үтте. Республикабыҙ флагын БР “Джиу-джитсу Федерацияһы” вице-президенты, Башҡортостан йыйылма командаһы тренеры Артур Нуриев етәкселегендә беҙҙең спортсылар яҡланы. Ансаров Магомед 77 кг ауырлыҡ категорияһында алтын, Хузаев Исмаил һәм Батаев Талиб 62 һәм 69 кг ауырлыҡ категорияларында бронза миҙалға лайыҡ булды.
Читайте нас: