Ошо аҙнала Федоровка районында рус теле буйынса йомғаҡлау әңгәмәһе үтте. Районыбыҙ мәктәптәренең 124 туғыҙынсы синыф уҡыусыһы ОГЭ тапшырырға рөхсәт алды. Төп дәүләт имтиханы – Рәсәй мәктәптәренең туғыҙынсы синыф уҡыусылары өсөн мотлаҡ йомғаҡлау һынауы.