Быйыл ППМИ буйынса Өсбүләк ауылында фельдшер-акушерлыҡ пунктын ремонтлау көтөлә. Тәҙрәләр, ишектәр, тулыһынса иҙән алмаштырыласаҡ. Был эштәргә 269 мең һум аҡса кәрәк. Ошо сумманың 18,5 процентын халыҡ йыясаҡ. ФАПты ремонтлауҙа шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар Сиразетдинов менән Насирова бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтәсәк.