15 февраль – Халыҡ-ара онкология менән сирле бала көнө.
Саралар тәүге тапҡыр 2001 йылдың сентябрендә Люксембургта үткән. Улар сәләмәтлекте һаҡлауҙың көнүҙәк мәсьәләләренә, кескәй пациенттарҙың проблемаларына, уларҙы ҡарауға йүнәлтелгән.
*Заманса тикшеренеүҙәр һәр кешелә рак клеткалары барлыҡҡа килеүен күрһәтә. Улар иммунитет тәъҫире аҫтында һәләк була һәм организмдан сығарыла.
*Акулалар онкологик ауырыуҙар менән сирләмәй.
*Рәсми статистика доньяла балалар араһында рак менән сирләүселәрҙең 175-250 яңы осрағы теркәлеүен билдәләй. Уларҙың 90%-ҡа яҡыны үҫешеүсе илдәрҙә йәшәй.
*Сирҙең 70%-тан артығы терапияға бирелә. Иҫән ҡалыу кимәленә уның тибы, сәләмәтлек торошо, социаль-иҡтисади шарттар йоғонто яһай. Ярлы илдәрҙә ул 10-20%, үҫешеүсе илдәрҙә – 80-90 % тәшкил итә.
*Үҙәк һәм Көньяҡ Европала онкологиянан балаларҙың үлеү осраҡтары Евросоюз илдәренә ҡарағанда күберәк.
*Эттәр онкомаркерҙар (шештең йәшәйеш итеү продукттары) еҫен һиҙә.