+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
18 Февраль 2019, 13:30

“Афғанстан – күңелем яраһы һин...”

1989 йылдың 15 февралендә Афғанстандан ғәскәрҙәрҙе сығарыуға бағышлап, Бала Сытырман ауылы мәктәбенең 8-10 синыф уҡыусылары өсөн Бала Сытырман СМФК хеҙмәткәрҙәре “Афғанстан – күңелем яраһы һин...” тигән сара ойошторҙо.

Беҙҙең өсөн был тема – мәңгелек төҙәлмәҫ яра: беҙҙең ауылда ла һуғыштың нимә икәнлеген ишетеп кенә белмәгән, 18-19 йәшлек улдарын һуғышҡа оҙатҡан һәм көтөп ала алмаған ғаиләләр йәшәй. Балалар һуғыш, ауылыбыҙҙың афған һуғышында ҡатнашҡан яуғирҙәре – Сыуаҡаев Рим, Быков Сергей, Әминев Илшат, Ишҡолов Малик тураһында тыңланылар. Шулай уҡ ул ваҡыттағы видеоларҙы: шат, йылмайған, бәхетле йөҙҙәрҙе ҡаранылар. Алыштар, юғалтыуҙар, дошмандарҙың утҡа тотоуҙары – бөтәһе лә артта ҡалған. Тик бөтәһе лә был бәхетле көнгә ҡәҙәр иҫән ҡала алмаған. Сара рядовой Сыуаҡаев Рим ҡәберенә сәскә һалыу менән тамамланды.

А.К. Яныбаева,

тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары.
Читайте нас: