+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
18 Февраль 2019, 13:50

Оператив кәңәшмә

Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров башҡарма власть республика органдары һәм федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар территориаль органдары етәкселәре менән сираттағы оператив кәңәшмә үткәрәсәк.

Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров башҡарма власть республика органдары һәм федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар территориаль органдары етәкселәре менән сираттағы оператив кәңәшмә үткәрәсәк.Видеоконференцбәйләнеш режимында ҡалалар һәм райондар хакимиәттәре башлыҡтары менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы һәм юл-транспорт комплексындағы ағымдағы хәл буйынса фекер алышыу планлаштырыла.Шулай уҡ 14-15 февралдә үткән «Сочи-2019» Рәсәй инвестиция форумының төп йомғаҡтары яһаласаҡ, белем биреү учреждениеларында спорт-һауыҡтырыу эшен замансалаштырыу буйынса саралар ҡараласаҡ, Башҡортостан Республикаһында “Аҡыллы ҡала” проектын тормошҡа ашырыу тураһында мәғлүмәт тыңланасаҡ. 10.00 сәғәттә башлана. Оператив кәңәшмәгә ссылка: https://www.youtube.com/watch?v=HH-G_aES7KI.
Читайте нас: