Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтселек Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы Идараһының Күмертау ҡалаһында, Мәләүез, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Федоровка райондарындагы территориаль бүлеге хәбәр итеүенсә, 2019 йылдың 11-17 февралендә ОРВИ һәм грипп менән ауырыуҙың 110 осрағы, шул иҫәптән балаларҙа – 67 осраҡ (60,9%) теркәлгән. Үткән аҙна менән сағыштырғанда, ауырыу һаны 64 осраҡҡа артҡан.
Грипты профилактикалау ҡағиҙәләрен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:
*Кешеләр күп йөрөгән ерҙәрҙә һәм йәмәғәт транспортында әҙерәк булырға тырышығыҙ.
*Кешеләр күп булған ерҙәрҙә маска кейегеҙ.
*Сөскөргән йәки йүткергән кешеләр менән контактты әҙәйтегеҙ.
*Биналарҙы йыш елләтеп тороғоҙ.
*Урамдан ингәс, йәмәғәт транспортынан һуң ҡулдарығыҙҙы һабын менән йыуығыҙ, танау ҡыуышлығын сайҡатығыҙ.
*Биналарҙағы туҙанды һөртөп тороғоҙ.
*С витамины булған емеш-еләк, һарымһаҡ, һуған ҡушылған аштарҙы күбрәк ашағыҙ.
*Табип кәңәше буйынса иммунитетты арттырыусы препараттар ҡулланығыҙ.
*Ғаиләгеҙҙә йәки эш урынығыҙҙа грипп менән ауырыусылар булһа, профилактика маҡсатында вирусҡа ҡаршы препараттар ҡулланығыҙ (табип менән кәңәшләшкәндән һуң, кире йоғонтоһо булмаһа, препараттарҙы ҡулланыу инструкцияһы буйынса).
*Сәләмәт тормош рәүеше алып барығыҙ, туйғансы йоҡлағыҙ, физкультура менән шөғөлләнегеҙ.
*Грипп билдәләре асыҡланһа өйҙә ҡалығыҙ, табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
территориаль бүлек начальнигы.