Ура, каникул! Районыбыҙҙа бөтә беренсе синыф уҡыусылары өсөн каникул башланды, ул 25 февралгә ҡәҙәр дауам итәсәк. Өҫтәмә каникул беренсе синыф уҡыусылары мәктәптән ял итһен өсөн ҡаралған, сөнки өсөнсө сирек иң оҙоно булып һанала. Уҡыусыларға күберәк ваҡыттарын саф һауала үткәреүҙәрен һәм ололарға ярҙам итеүҙәрен теләйбеҙ.