+2 °С
Облачно
Онлайн – хәбәрҙәр
19 Февраля 2019, 11:55

Бөтә ғаилә менән - “Ғаилә ялына”

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм “Ғаилә” үҙәгенең Федоровка районындағы бүлексәһе сираттағы “Ғаилә ялында” ҡатнашырға саҡыра.

Бөтә ғаилә менән - “Ғаилә ялына”

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм “Ғаилә” үҙәгенең Федоровка районындағы бүлексәһе сираттағы “Ғаилә ялында” ҡатнашырға саҡыра. Ул 23 февралдә 12.00-15.00 сәғәттә Федоровка ауылы, Коммунистик урам, 61-нсе йорт адресы буйынса урынлашҡан Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге территорияһында (элекке 1-нсе мәктәп) буласаҡ.

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышланған сараның темаһы – “Геройҙарҙы танып белергә кәрәк”. Ҡатнашыусылар өсөн уйындар ойоштороласаҡ. Күңел асырбыҙ, уйнарбыҙ һәм приздар оторбоҙ. Ҡәҙерле атай-әсәйҙәр, әйҙәгеҙ балаларыбыҙҙың ялын үҙенсәлекле итеп үткәрәйек.

Бөтәгеҙҙе лә был ғаилә ялын файҙалы үткәрергә саҡырабыҙ!

С. Зайцева.
Читайте нас