Билдәле блогер һәм Social Media буйынса белгес Олег Бармин Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрҙәге шәхси аккаунттарын тултырыу буйынса эшен юғары баһаланы.“Мин Башҡортостанға Digital-ҡоролтайға барғандан һуң Радий Хәбировтың бөтә социаль селтәрҙәрҙәге аккаунттарына яҙылдым һәм уларҙы ҡарай барам. Уларҙа бик әүҙем эш алып барыла, аккаунттар “тере”, Хәбиров үҙе яҙмаһа, уның һүҙҙәренә нигеҙләнгән эмоциональ текстар баҫыла. Минең кәңәштәрҙе ишетмәй ҡалмағандар, ҙур, яҡшы уҡылған титрҙар булған видеолар күп. Бөтә төбәктәр башлыҡтарының бөтә пабликтарына яҙылмаған булһам да, губернаторҙар аккаунттары араһында Хәбировтыҡын иң һәйбәте тип баһалауҙарын ғәҙел тип һанайым”, - тигән Бармин.Бармин фекеренсә, Хәбиров аккаунттарын тағы ла һөҙөмтәлерәк алып барһын өсөн, республика етәксеһе постар ғына ҡуйырға түгел, ә уларға булған комментарийҙарға ла яуап бирергә тейеш. Шул саҡта республика халҡы һәм муниципалитеттар етәкселәре ҙур начальниктың уларҙың һүҙҙәрен уҡыуын аңлар ине.Элегерәк хәбәр ителеүенсә, “Петербург сәйәсәте” Фонды Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге биттәрен “губернаторҙарҙың иң һәйбәт аккаунттары” категорияһына индерҙе һәм уларҙы йомғаҡлау таблицаһында беренсе урынға ҡуйҙы.http://www.bashinform.ru/news/1275371-akkaunty-radiya-khabirova-v-sotssetyakh-mogut-byt-primerom-dlya-vsekh-gubernatorov-mnenie/