Рәсәй Эске эштәр министрлығының Федоровка районы буйынса бүлексәһе хоҡуҡ боҙоусыны эҙләй2019 йылдың 18 февралендә яҡынса киске туғыҙынсы егерме минуттар тирәһендә Мәләүез-Федоровка автоюлының 32-нсе километрында билдәһеҙ водитель билдәһеҙ транспорт сараһы менән идара иткәндә, КамАЗ автомашинаһының техник көйһөҙлөгөн бөтөрөү өсөн юл өҫтөндә туҡтаған, өҫкө кейемендә яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтары булмаған Йылайыр районы кешеһен бәрҙергән. Унан һуң водитель юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ташлап ҡасҡан. Һөҙөмтәлә зыян күреүсе төрлө травмалар менән дауалау учреждениеһына килтерелгән. Был ваҡиға тураһында нимә лә булһа белеүселәрҙән Рәсәй Эске эштәр министрлығының Федоровка районы буйынса бүлексәһенә йәки +79997411217 һандары буйынса шылтыратып хәбәр итеүҙәрен үтенәбеҙ.