+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
19 Февраль 2019, 15:45

Яҙ етеүгә күп ҡалманы, тик ҡыш та бирешергә теләмәй.

Яҙ етеүгә күп ҡалманы, тик ҡыш та бирешергә теләмәй. Бөгөнгө буран тағы ла бер тапҡыр быны иҫбатланы. Төндә ел тәҙрәләрҙе дер һелкетте. Ә иртән тупһаға сыҡҡас, күптәрҙең башынан: “Эх, бөгөн тағы ла ҡар көрәргә...” тигән уй үткәндер.

Яҙ етеүгә күп ҡалманы, тик ҡыш та бирешергә теләмәй. Бөгөнгө буран тағы ла бер тапҡыр быны иҫбатланы. Төндә ел тәҙрәләрҙе дер һелкетте. Ә иртән тупһаға сыҡҡас, күптәрҙең башынан: “Эх, бөгөн тағы ла ҡар көрәргә...” тигән уй үткәндер.

Техника иртән үк юлдарҙы таҙартыуға сығыуға ҡарамаҫтан, буран уларҙың эҙен шунда уҡ тиерлек ҡаплай барҙы. Юлдар насар күренә. Синоптиктар был аҙнала ҡарҙың туҡтамауын билгеләй. Шуға бәйле, буран ваҡытында юлда ҡалһаң, үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ:

1.Ғаилә ағзаларығыҙға, күршеләрегеҙгә ҡайҙа барыуығыҙҙы, ҡасан ҡайтырға йыйыныуығыҙҙы әйтеп китегеҙ.

2.Автомобилдә тик ҙур юлдарҙан, шоссенан ғына барығыҙ.

3.Машинанан сығырға тура килһә, уны күҙҙән юғалтҡансы ситкә китмәгеҙ. Юлда туҡтаһағыҙ, ҡыҫҡа тауыштар менән тревога сигналы бирегеҙ, капотығыҙҙы күтәрегеҙ йәки антеннағыҙға сағыу төҫтәге туҡыма элегеҙ, автомобилегеҙҙә ярҙам көтөп ултырығыҙ. Моторҙы ҡабыҙып ҡалдырырға мөмкин, тик вентиляция булһын өсөн тәҙрәгеҙҙе бер аҙ төшөрөргә онотмағыҙ. Юғиһә, газға тонсоғоуығыҙ мөмкин.

4.Юлға сығыр алдынан двигателегеҙҙең, аккумуляторҙың эшен тикшерегеҙ, запас яғыулыҡ алығыҙ.

5.Насос, буксировка тросы, баллон асҡысы, домкратығыҙ булһын. Багажникка шулай уҡ “ситтән ҡабыҙыу” проводтарын һалып ҡуйһағыҙ ҙа ҡамасауламаҫ.

6.Әгәр ҙә торлаҡ пункттан ситтә йәйәү барған саҡта йүнәлеште юғалтһағыҙ, тәүге осраған йортҡа инегеҙ, мөмкин булһа, буран туҡтағансы унда ҡалығыҙ.

7.Әгәр ҙә юлда хәүеф-хәтәр була ҡалһа, заманса бәйләнеш сараларын ҡулланығыҙ – был ҡотҡарыу подразделениеларының эшен тиҙәйтәсәк. Ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт иткәндә үҙегеҙ торған урындың айырым билдәләрен, автомашиналағы кешеләр һанын, уларҙың йәшен, ауырыуҙар, балалар барлығы-юҡлығын, мотлаҡ үҙегеҙҙең контакт телефондарығыҙҙы әйтегеҙ.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Ә. Вахитова.
Читайте нас: