Ауылдарҙа ҡыҙыл һаҡлау йәшниктәрендәге телефонлы таксофондарҙы бөтәгеҙҙең ҙә күргәне барҙыр. Махсус закон ҡабул ителде, һәм хәҙер таксофондарҙан Башҡортостан Республикаһының бөтә ҡалаларына һәм ауылдарына бушлай шылтыратырға мөмкин. Тимәк, туғандарығыҙ, дуҫтарығыҙ, таныштарығыҙ ҡалала, районыбыҙҙың башҡа ауылында, республикабыҙҙың башҡа районынд йәшәй һәм уларҙың өйөндә, кеҫә телефонынан тыш, йорт телефоны бар икән, уларға “ҡыҙыл” телефон аша бушлай шылтыратып һөйләшергә мөмкин. Уңайлы. Тик бутамағыҙ – “кеҫә” телефондарына бушай шылтыратып булмаясаҡ. Тик йорт телефондарына һәм республика буйынса ғына.