+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
20 Февраль 2019, 17:00

«Европаның йыл ағасы - 2019»

Рәсәй имәне өсөн тауыш бирәбеҙ!

«Европаның йыл ағасы - 2019»
Рәсәй имәне өсөн тауыш бирәбеҙ!2018 йылда Мәскәү эргәһендәге “Абрамцево” музей-заповеднигындағы имән “Рәсәй йыл ағасы” исеменә лайыҡ булды.Ағас экспертизалары үҙәге белгестәре имәндең йәшен иҫәпләп сығарған – уға 248 йәш! Үҙ ғүмерендә был ағас Рәсәй мәҙәниәтенең күп кенә эшлеклеләрен – рәссамдарҙы, шағирҙарҙы, артистарҙы күргән. Уның күләгәһендә заманында Гоголь, Тургенев, Щепкин, Репин, Васнецов, Врубель, Левитан, Суриков, Поленов, Нестеров ял иткән.Хәҙер был имән Рәсәй исеменән “Европа йыл ағасы” халыҡ-ара конкурсында ҡатнаша. Тауыш биреү 2019 йылдың 1-28 февралендә https://www.treeoftheyear.org/home сайтында үтә. Һөҙөмтә Брюсселдә, 19 мартта, бүләкләү тантанаһында иғлан ителәсәк, унда еңеүселәрҙе бүләкләйәсәктәр.Тулыраҡ мәғлүмәт БР Урман хужалығы министрлығының https://forest.bashkortostan.ru/presscenter/news/170018/ сайтында урынлаштырылған.
Читайте нас: