+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
21 Февраль 2019, 14:00

Приставка һатып алыуға кем компенсация алыр?

“Минең документтар” Күп функциялы үҙәк офистарында яңы хеҙмәт

Приставка һатып алыуға кем компенсация алыр?
“Минең документтар” Күп функциялы үҙәк офистарында яңы хеҙмәт
Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһы халҡы! Республика территорияһында теркәлгән һәм цифрлы эфир телевидениеһы зонаһында йәшәүсе граждандарҙың МФЦ офистарына цифрлы приставка һатып алыуға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата компенсация артынан мөрәжәғәт итә алыуҙары тураһында хәбәр итәбеҙ.
Компенсацияны пенсияларына федераль социаль өҫтәмә алыусы пенионерҙар, балаға ай һайын түләнә торған пособие алыусы әҙ килемле балалы ғаиләләр алырға хоҡуҡлы.
Дәүләт ярҙамын алыуға хоҡуҡ бер йортҡа бер тапҡыр ғына бирелә. Компенсация алған гражданин менән бергә йәшәүсе һәм хужалыҡ алып барыусы граждандар бер тапҡыр бирелә торған компенсацияны алырға хоҡуҡлы түгел.
Компенсация 2019 йылда һатып алынған приставкаға 2019 йылдың 25 декабренә тиклем мөрәжәғәт иткән осраҡта бирелә.
Компенсация күләме һатып алынған приставка хаҡы нигеҙендә билдәләнә, тик сумма бер мең һумдан артыҡ була алмай.
Хеҙмәтте алыу өсөн кәрәк булған документтар:
1.Ғариза.
2.Ғариза биреүсенең шәхесен асыҡлаусы документ.
3.Ғариза биреүсенең һәм уның ғаилә ағзаларының йәшәү йәки ваҡытлыса йәшәү урыны буйынса теркәлеүен раҫлаусы документ (гражданиндың теләге буйынса бирелә).
4.Һатып алынған цифрлы приставканың хаҡын раҫлаусы документ (чек, квитанция һ.б.).
5.Цифрлы приставканың техник паспорты (ҡулланыусы белешмәһе).
6.Аҡсалата компенсацияны күсереү өсөн банк иҫәбе реквизиттары.
“Минең документтар” Күп функциялы үҙәк офистарның адрестары һәм эш ваҡыттар тураһында учреждениеның mfcrb.ru сайтында йәки контакт-үҙәктең 7 (347) 246-55-33 телефон һандары аша белергә була.
Читайте нас: