22 февралдә Федоровка ауылының район мәҙәниәт йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышланған концерт үтте. Ир-аттарҙы байрам менән район хакимиәте башлығы В. Насретдинов, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Федоровка районы буйынса бүлексәһе начальнигы А. Силяев ҡотланы. Шулай уҡ сара барышында “Минең ауыл. 1919-2019” альбомын тантаналы тапшырыу булды. Федоровка ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәтенә тапшырҙы.