Ҡарһыҙ ҡыштарға шул ҡәҙәр өйрәнгәнбеҙ, хатта аҙ ғына күберәк ҡар яуһа, йышыраҡ бурандар сыҡһа, -20 градусҡа ҡәҙәр һалҡындар булһа ла зарланырға тотонабыҙ. Ә бит беҙҙең яҡ өсөн -25, -30 градуслыҡ һалҡындар, ҡарҙың күп булыуы – норма. Гел шундай ҡыштар булды, бер ҙә зарланмай инек. Киреһенсә булһа инде – аномаль күренеш тип һанар инек. Тик цивилизацияға: бар ергә лә машинала йөрөргә, каблуктарҙа йүгерергә шул тиклем өйрәнгәнбеҙ икән. Коммуналь хеҙмәттәргә, юлсыларға еңел түгел. Тик улар ошо көндәр эсендә инде өйрәнеп киттеләр. Баштараҡ юлсыларға район үҙәге урамдарын яҡшы таҙартмауҙары буйынса бер аҙ претензиялар булһа, хәҙер улар артынан тигеҙ участкалар ғына ҡала. Бурандар туҡтағас, юлдарҙы киңәйтерҙәр, унан һуң инде машиналар тыныслап йөрөй алыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Урамдарҙан сүп-сарҙы ла ваҡытында, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу реформаһы сиктәрендә ойошторолған график буйынса – киске сәғәт алтыға тиклем сығарып өлгөрә башланылар.