+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
26 Февраль 2019, 11:30

Концерт бик һәйбәт әҙерләнгәйне.

21 февраль көндө, буран булыуға ҡарамаҫтан, Веселовкаға концерт менән Новоселка ауылынан күршеләребеҙ килде.

21 февраль көндө, буран булыуға ҡарамаҫтан, Веселовкаға концерт менән Новоселка ауылынан күршеләребеҙ килде. Концерт бик һәйбәт әҙерләнгәйне. Рус һәм сыуаш телдәрендә йырҙар башҡарылды. Вера Никандровнаның флейтала уйнауы бик оҡшаны. “Тус-таван” ансамбленә айырым рәхмәт һүҙҙәре әйтке килә. Артистар кейемдәрен алмаштырып ҡына торҙо. Шуға ла концерт бик сағыу, матур булды. Унан һуң, әлбиттә, артистарҙы һыйланыҡ, кисерештәребеҙ менән уртаҡлаштыҡ. Бындай ҡунаҡтарҙы бер ҙә ҡайтарып ебәрге килмәне, сөнки араларында туғандарыбыҙ ҙа бар ине.
Читайте нас: