+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
26 Февраль 2019, 14:00

Оло Сытырманда ир-аттар байрамын үҙенсәлекле итеп үткәргәндәр.

Быйыл Ватанды һаҡлаусылар көнөн Оло Сытырман ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Асия Иҫәнғолова үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы итеп ойошторған.

Оло Сытырманда ир-аттар байрамын үҙенсәлекле итеп үткәргәндәр.

Быйыл Ватанды һаҡлаусылар көнөн Оло Сытырман ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Асия Иҫәнғолова үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы итеп ойошторған. Ҡатын-ҡыҙҙарға алдан иғлан иткәндәр һәм улар тормош иптәштәрен, улдарын байрам менән ҡотлап, хаттар яҙған. Кисәне “Йырым булһын бүләгем” тип исемләгәндәр. Сәхнәлә ҙур “телевизор” урынлаштырғандар, “телевидение дикторы” Миңсара Иҫәнғолова ҡотлау хаттарын уҡыған, авторҙар үтенесе буйнса атап үтелгән ирҙәргә концерт номерҙары бағышланған. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәрен, йырҙар йырлап, үҙҙәре ҡотлаған.

Г. Бакыева.
Читайте нас: