Бала Сытырман, Оло Сытырман, Яңы Яуыш, Һәйет, Юлдаш ауылдарынан “Ағинәйҙәр” клубтары ошо йәмәғәт берләшмәләренең зона конкурсында ҡатнашыуға әҙерләнә. “Ағинәйҙәр” йыйыны” 28 февралдә Стәрлебашта үтәсәк. Әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар халыҡ ижады изделиеларын етештереүҙә, кулинарияла, нәфис һүҙҙә һәм йыр-бейеүҙә оҫталыҡтарын күрһәтәсәк.