+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
1 Март 2019, 11:00

Айгөл Моратова Башҡортостандан РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы итеп һайланды.

27 февралдә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ултырышында РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы итеп Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы вәкиле Айгөл Моратова һайланды.

Белешмә:

Моратова Айгөл Динислам ҡыҙы, 1972 йылдың 26 июлендә тыуған. 1995 йылда М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын (Мәскәү ҡалаһы) тамамлап, әҙәбиәт эшлеклеһе белгеслеген алған. 2012 йылда Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһын тамамлаған. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры булып эшләй. Бөтә донъя башҡорттар Ҡоролтайы (Конгрессы) Башҡарма комитеты ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы материалдары буйынса.
Читайте нас: