Үткән аҙнала балалар араһында грипп һәм ОРВИ менән сирләүҙәр һаны бер аҙ кәмене (13 осраҡҡа). Бөтәһе 74 осраҡ теркәлгәйне, шул иҫәптән балаларҙа – 35 осраҡ (47,3%). Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтселек буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһындағы идараһының Күмертау ҡалаһы, Мәләүез, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Федоровка райондары буйынса территориаль бүлеге ошондай мәғлүмәттәр бирә.