“Ғаилә” үҙәгенең Федоровка районындағы бүлексәһендә “Ғаилә ялы” сараһын ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн Федоровка юл төҙөү-ремонтлау идараһы коллективына һәм етәкселегенә рәхмәт белдерәләр. Был сара Федоровка 1-се мәктәбенең Социалистик урам буйынса урынлашҡан иҫке бинаһында үтте. Бурандан һуң уның биләмәһе ҡарға күмелгәйне. Юлсылар ҡарҙы оператив рәүештә таҙартты, кәрәкле йыһаздарҙы килтереп ҡуйырға ярҙамлашты. Унан һуң балалар менән уйындарҙа ҡатнаштылар. Үҙҙәре лә ялдарын файҙалы итеп үткәрҙе улар.