+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
5 Март 2019, 16:20

Тәүге миҙалдар.

Күптән түгел – 2 мартта Красноярск ҡалаһында 2019 йылғы XXIX Бөтә донъя ҡышҡы универсиаданы асыу тантанаһы үткәйне. Һәм бына инде Рәсәй командаһы унда миҙал зачетында алда бара.

Күптән түгел – 2 мартта Красноярск ҡалаһында 2019 йылғы XXIX Бөтә донъя ҡышҡы универсиаданы асыу тантанаһы үткәйне. Һәм бына инде Рәсәй командаһы унда миҙал зачетында алда бара.

Саңғысылар триумфы. Ҡатын-ҡыҙҙар командаһы ла, ирҙәр командаһы ла эҙәрлекләү ярышында, көнәркәштәренә бер мөмкинлек тә ҡалдырмай, маҡтау пьедесталының бөтә баҫҡыстарын да биләне! Быға тиклем Алиса Жамбалова менән Иван Якимушкин шәхси ярыштарҙа алтын миҙалдар яулағайны.

Биатлондағы миҙалдар. Саңғысылар уңышын биатлонсыларҙың ҡатын-ҡыҙҙар командаһы ҡабатланы. Шәхси ярышта ҡыҙҙарыбыҙ беренсе, икенсе, өсөнсө урындарҙы яуланы. Ир-аттар араһында тәүге ике урын – тағы ла беҙҙекеләрҙә.

Саңғыла спорт ориентлашыуы Бөтә донъя студенттар уйындары тарихында тәү тапҡыр ойошторолдо. Ҡатын-ҡыҙҙар спринтында Марина Вяткина Рәсәй командаһына көмөш миҙал килтерҙе.

Беҙҙең республиканан Универсиадала 10 спортсы сығыш яһай. Улар араһынан тәүге миҙалды фристайлсы Руслан Катманов яуланы. Ул “саңғы акробатикаһы” дисциплинаһында өсөнсө булды.

Ә. Вахитова.
Читайте нас: